Ҡурай
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Ноябрь 2018, 14:36

Йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарҙы һатып алыуҙы өҙөү – ғәҙәттән тыш хәл, был кешеләргә зыян килтерә

Башҡортостанда йәшәүселәр ниндәй сәбәптәр буйынса йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарһыҙ ҡала? Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә дарыуҙар һәм медицина ҡорамалдары менән тейешенсә тәьмин итмәү темаһы күтәрелде.

Башҡортостанда йәшәүселәр ниндәй сәбәптәр буйынса йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарһыҙ ҡала? Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә дарыуҙар һәм медицина ҡорамалдары менән тейешенсә тәьмин итмәү темаһы күтәрелде.
Республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рафаэль Яппаров билдәләүенсә, дәүләт заказсыһының льготалыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү, ҡорамалдар һатып алыу функцияһы Матди-техник тәьмин итеү идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһына йөкмәтелгән. Быйыл идаралыҡ 2769 һатып алыу иғлан иткән, 4 миллиард 532 миллион һумға дәүләт килешеүҙәре төҙөлгән. Иҡтисади үҫеш министрлығы аша иғлан ителгән 417 аукциондың 348-е тамамланған. 2018 йылға дәүләт ҡаҙна учреждениеһына еткерелгән бюджет ассигнованиеларының күләме 6 миллиард 179 миллион һум тәшкил итә.
«Әлеге ваҡытта Иҡтисади үҫеш министрлығы дарыуҙар һатып алыуҙы урынлаштырыуҙы регламентҡа ярашлы ваҡытында башҡара. 2018 йылда бүленгән аҡса буйынса дарыуҙар менән тәьмин итеүҙең аҙаҡҡы ваҡыты – 18 декабрь. Дарыуҙар тәьминәте буйынса былтырғы хәлдең ҡабатланыуына юл ҡуймаҫ өсөн төбәк льготаһы буйынса ике йыллыҡ килешеүҙәр төҙөлгән. 2019 йылға раҫланған сумма — 1 миллиард 790 миллион һум. Халыҡты 2019 йылға федераль льгота буйынса дарыуҙар менән тәьмин итеү сиктәрендә әлеге мәлдә 208 миллион һум күләмендә трансферттар бүленгән. Аукциондар урынлаштырыла, килешеүҙәр төҙөүҙең яҡынса ваҡыты — 2018 йылдың 17 декабре. 2019 йылда мохтаждарҙы препараттар менән тәьмин итеү өсөн был етә. Федераль бюджеттан субвенциялар 2019 йылдың ғинуар аҙағында көтөлә».
Рафаэль Яппаров һатып алыуҙар өлкәһендә тәжрибәле белгестәрҙең юҡлығын, йөкләмәнең ҙур булыуы сәбәпле кадрҙарҙың, дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәкселегенең йыш алмашыныуын ошо өлкәләге төп проблемалар тип атаны. Уның һүҙҙәренсә, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыуҙарҙың сифатын һәм сертификацияһын контролдә тотоу республика үҙәген дәүләт ҡаҙна учреждениеһына берләштереү рәүешендә үҙгәртеп ҡороу тәҡдимен индергән. Идаралыҡты дарыуҙарҙы һәйбәт белгән белгестәр тулыландырырға, улар ғариза тултырыуҙан тыш, тауар ҡабул итеүҙә лә ҡатнашырға тейеш.
«Үҙебеҙгә бәйле булмаған ер тетрәү тураһында түгел, ә аныҡ күренештәр хаҡында һөйләйбеҙ бит. Йыл аҙағында аукцион булмаһын, препараттар һатып алынмаһын өсөн һеҙ шулай эшләгәнһегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте Матди-техник тәьмин итеү идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәкселегенә Радий Хәбиров. — Аҡсалары булмаған башҡа төбәктәрҙә ошондай хәл күҙәтелһә, аңлар инем. Һеҙҙең эшләп еткермәүегеҙ, сауҙалашыуҙы күсереүегеҙ ғәҙәттән тыш хәл икәнен аңларға тейешһегеҙ, был кешеләргә зыян килтерә. Әгәр бер кем дә ғариза бирмәй һәм ваҡыт аҙ ҡалғанын аңлайһығыҙ икән, саң ҡағырға, профилле министрҙарға барырға кәрәк».
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы яуаплы яҡтарға ошо мәсьәлә буйынса ике ай һайын Хөкүмәт алдында отчет бирергә ҡушты.
Читайте нас: