Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында 18 декабрҙә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға беренсе Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Ул үҙенән алда эшләгән етәкселәргә мөрәжәғәт итте.
«Республикала властың законлы һәм демократик рәүештә алмашыныу традицияһының нығыныуы тураһында әйткем килә. Өлкән быуынға хөрмәт хаҡында, — тине Радий Хәбиров. — Бөгөн был залда беҙҙең менән — Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов. Ауыр, һынылышлы йылдарҙа ул республиканың данын һаҡлап ҡалды һәм арттырҙы. Мин уны бик хөрмәт итәм. Рәхмәт Һеҙгә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы! – тине ул. – Шулай уҡ Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа ла рәхмәт белдерәм. Властың асыҡлығы, ҙур мәҙәни форумдар, ШОС һәм БРИКС саммиттары, республиканы донъяға танытыу – быларҙың барыһы ла һеҙҙең ҡаҙаныш».
«Торатау» конгресс-холына йыйылыусылар Башҡортостандың элекке етәкселәрен аяғүрә баҫып алҡышланы.
Радий Хәбиров эшендәге төп өҫтөнлөктө билдәләне — һәр кеше хаҡында хәстәрлек күреү, республикала йәшәүселәрҙең һәр береһенең тормошон яҡшыртыу.
«Эйе, тап һәр кеше тураһында хәстәрлек күреү. Уның социаль статусына, милләтенә йәки диненә ҡарамайынса. Тарихтан белеүебеҙсә, йәмғиәтте теге йәки был сәбәптәр буйынса бүлеү бер ҡасан да яҡшыға килтермәне. Шуға күрә тәү сиратта барыбыҙҙы ла берҙәм булырға саҡырам. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ йәшәргә теләгән республика, дөйөм йорт төҙөү буйынса күмәк эшкә», — тине Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
http://www.bashinform.ru/bash/1252991/