Сочиҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин мегагранттар алыусылар һәм йәш ғалимдар менән осрашты.
Дәүләт етәксеһе һүҙҙәренсә, илдәге юғары уҡыу йорттары, ғилми ойошмалар ҡарамағында һуңғы ике йылда ғына донъя кимәлендәге яҡшы 80 самаһы лаборатория булдырылған. Хәҙер Рәсәйҙә уларҙың дөйөм һаны – 236. Лабораторияларға үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған алдынғы тикшеренеүселәр етәкселек итә.
Йәш ғалимдарҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү, командалар формалаштырыу, оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында Рәсәй ғилми фонды менән берлектә булдырылған президент программаһы ла уңышлы эшләп килә.
“Беҙҙең фән тармағы йәшерәк, көслөрәк була бара, конкуренцияға һәләтлелек арта. Ҡеүәтле ғилми мәктәптәр хәҙер Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына түгел, башҡа ҡалаларҙа ла киң үҫеш ала. Йәштәр тәү сиратта тормош сифатына бәйле йүнәлештәргә, экология, медицина өлкәләренә иғтибар бүлә. Әйткәндәй, был йәһәттән уларға 2019 – 2027 йылдарға иҫәпләнгән генетик технологияларҙы үҫтереү федераль программаһы етди этәргес булып тора. Беҙ илдең фәнни мөмкинлектәрен нығытыуҙы, ил төбәктәре ғалимдары өсөн заманса шарттар булдырыуҙы мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ”, – тине Владимир Путин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/vladimir-putin-f-n-eshen-nisek-ba-alay/