Ҡурай
-28 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Июнь 2019, 11:04

8 сентябрҙә төбәк башлығын һәм ауыл советы депутаттарын һайлаясаҡбыҙ

8 сентябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәр төбәк башлығын һәм ауыл советы депутаттарын һайлай

2019 йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы — 8 сентябргә билдәләнгән Башҡортостан башлығын һайлау. Был көндә шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һәм ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлау була. Бөтәһе 7354 депутат мандаты алмаштырылырға тейеш. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында 8 сентябрҙә республикала 3435 һайлау участкаһы эшләйәсәге (шуларҙың 3397 — стационар) тураһында һөйләне.
«Һайлау комиссияларына һайлауҙы үткәргәндә законлылыҡты тәьмин итеү, граждандарҙың һайлау хоҡуғын яҡлау һәм гарантиялау бурысы ҡуйыла. Һәр ойоштороусы законға ярашлы эшләргә тейеш. Шул саҡта ғына беҙ ғәҙел һәм легитимлы һайлауҙы тәьмин итә алырбыҙ. Һайлау ҡануниәтен боҙоуға ишараны ла тамырынан юҡ итергә кәрәк. Шуның аша халыҡтың һайлауға һәм тауыш биреү һөҙөмтәләренә ышанысын нығытырға тейешбеҙ», — тип билдәләне Макаренко.
Сәйәси партияларҙың вәкилдәре лә таҙа һайлау уҙғарыуға үҙ өлөшөн индерергә бурыслы, тип иҫәпләй Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Участка һайлау комиссиялары составында 18 сәйәси партия күрһәтелгән. Был — участка һайлау комиссияларының 18 меңдән ашыу ағзаһы, дөйөм һандан 64% юғары.
http://www.bashinform.ru/bash/1316728/
Читайте нас в