Ҡурай
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Июль 2019, 18:36

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республика башлығы вазифаһына тағы дүрт кандидатты теркәне.

Башҡортостан башлығын һайлауҙа бөтәһе һигеҙ кеше рәсми кандидат булды.

Бөгөн Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан башлығы вазифаһына тағы дүрт кандидатты теркәне. Башҡортостан башлығын һайлауҙа бөтәһе һигеҙ кеше рәсми кандидат булды.
Бөгөн дәғүәсе таныҡлығын Ҡала проекттарын үҫтереү фонды директоры Владимир Барабаш («Граждандар көсө» партияһынан тәҡдим ителгән), блогер Владимир Кобзев (Рәсәйҙең Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн партияһы), юрист һәм өлөшсөләрҙең инициативалы төркөмө вәкиле Зөлфиә Ғайсина («Яблоко» партияһы) һәм эшҡыуар, «Восток» банкының элекке хужаһы Рәфис Ҡадиров («Рәсәй патриоттары» партияһы) алдылар.
Башҡортостан башлығын һайлауҙа кандидаттарҙың тулы исемлеге хәҙер шулай: Радий Хәбиров («Берҙәм Рәсәй»), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ), Иван Сухарев (ЛДПР), Юрий Игнатьев («Ғәҙел Рәсәй»), Владимир Барабаш («Граждандар көсө»), Владимир Кобзев (Рәсәйҙең Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн партияһы), Зөлфия Ғайсина («Яблоко») һәм Рәфис Ҡадиров («Рәсәй патриоттары»).
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ике кандидатҡа теркәүҙән баш тартты. «Социаль яҡлау» партияһынан күрһәтелгән Алексей Молокин теркәү өсөн ҡануниәт тарафынан билдәләнгән кәрәкле документтар пакетын тапшырмаған. Рәмилә Сәйетова («Рәсәй Социалистик партияһы») теркәү өсөн кәрәк муниципалитети депутаттары ҡултамғаларын етерлек күләмдә тапшырмаған.
Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары шулай уҡ Сания Тимасованың Башҡортостан башлығын һайлауҙа артабан ҡатнашыуҙан баш тартыуы тураһында ғаризаһын ҡабул итте.
http://www.bashinform.ru/bash/1331350/
Читайте нас: