Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Август 2019, 07:16

Владимир Путин Һарытау аэропортын ҡараны

Владимир Путин Һарытау аэропортын ҡараны

Рәсәй Президенты Владимир Путин Һарытауҙағы яңы Гагарин аэропорты инфраструктураһы менән танышты.
Дәүләт башлығы менән Һарытауға шулай уҡ “Ренова” компаниялар төркөмөнөң Директорҙар советы рәйесе Виктор Вексельберг һәм “Төбәк аэропорттары” идарасы компанияһының генераль директоры Евгений Чудновский килде. Президентҡа Рәсәй рейстарын ҡабул итеү, эске рейстарҙың осош залдарын, пассажирҙарҙы теркәү зонаһын, осошҡа тиклем тикшереү секторын күрһәттеләр.
“Минеңсә, ҡалаға бик шәп буләк булған”, – тине Владимир Путин.
Мәғлүм булыуынса, 18 августа яңы Гагарин аэропорты “Победа” авиакомпанияһының тәүге тест рейсын ҡабул иткәйне. 20 августа иһә ул штат тәртибендә рейстарҙы даими ҡабул итә башланы. Ҡалалағы иҫке Үҙәк аэропорт ябылды.
#ВладимирПутин
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова.
Читайте нас: