Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2019, 14:00

Ағиҙелдә һайлау көнө байрам рухында үтә

Ағиҙелдә һайлау көнө байрам рухында үтә

Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау көнөн Ағиҙел ҙур әҙерлек менән ҡаршыланы. Һайлау участкалары барлығы дүрт учреждениела урынлашҡан, шуға ла был биналарҙа көнө буйы төрлө мәҙәни саралар, консультациялар үткәрелә, сауҙа ойошторолдо.
Иң тәртипле һайлаусылар иртәнге етелә үк һайлау участкаларына ашыҡты. Был пенсионерҙар, бөгөн эш сменаһын иртән башлаусылар, һәм, әлбиттә, кәндәр яҡшы торғанда, уңыш йыйып ҡалырға ашыҡҡан баҡсасылар. Әйткәндәй, баҡсасыларға уңайлы булһын өсөн, бөгөн «Ағиҙел-баҡсалар» маршрутына ике иртәнге рейс өҫтәлде – һигеҙенсе яртыла һәм туғыҙынсы яртыла. Ә инде һайлауға барып, баҡсаһына һуңлағандар өйҙәренә һуңыраҡ, киске сәғәт туғыҙҙа ҡайта ала.
Иртәнге сәғәт туғыҙҙа Руслан Холбан исемендәге 1- се һанлы мәктәп спорт майҙансығында йөҙәрләгән кеше бер теләк менән йыйылды: ауыр атлетика буйынса донъя чемпионы, Нефтекама спортсыһы Айрат Суфиянов менән иртәнге зарядка эшләүргә. Был сара «Йондоҙ менән зарядка» акцияһы сиктәрендә үтте.
Сәғәт ун еткәс, һайлау участкаларында мәҙәни саралар башланды. 1-се мәктәптең концерт залында «Иҙел» мәҙәниәт йорто артистары концерт күрһәтте, 2- се мәктәптә «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Бөтә һайлау участкаларында полиция хеҙмәткәрҙәре һайлаусыларға төрлө мутлыҡтарға ҡаршы көрәшеү буйынса памяткалар тарата, аңлатыу эше алып бара. Шул уҡ ваҡытта адвокаттар, психологтар, социаль педагогтар, медицина хеҙмәткәрҙәре консультациялар үткәрә. Ҡала Советы депутаттары ла граждандарҙы ҡабул итә. Бөтә һайлау участкаларында ла тәмле ҡамыр аштары ҙур ташланмалар менән һатыла.
Читайте нас: