Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2019, 22:00

Ағиҙелдә «Теләктәр тирмәне» барлыҡҡа килде

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Ағиҙелдә яңы арт-объект асылды

Йәштәр Советы инициативаһы буйынса ҡалала «Теләктәр тирмәне» арт-объекты асылды.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Ағиҙел ҡалаһы урынлашҡан Таҡталасыҡ һәм Иҫке Ҡабан ауылдарында дүрт тирмән булған. 1950 йылда Яңы Ҡабан ауылында йәшәүсе Мәхийән Сәлимгәрәев һыу тирмәне төҙөгән, тик бер нисә йылдан ауылды һыу баҫып, тирмән юҡҡа сыҡҡан.
Йәштәр Советы ағзалары тирмәнде символлаштырған объект төҙөү идеяһы менән халыҡҡа сыҡҡас, эшҡыуар Гөлшат Мөзәһит ҡыҙы ике уйламай, сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, Гөлшат Салахова Мәхийән бабайҙың ейәне, ул бөгөнгө көндә Ағиҙел ҡалаһында йәшәй.
Ике ай ҙа үтмәне, ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә ағастан эшләнгән ике арт-объект – тирмән һәм бәүелсәк барлыҡҡа килде. Уларҙы балта һәм тимер оҫталары Ринат Шакиров, аталы-уллы Роман һәм Салауат Ғәйнетдиновтар эшләне.
Объекттарҙы асырға почетлы хоҡуҡ Салаховтар һәм Шакировтар ғаиләләренә бирелде. Йәштәр советы ағзалары күрһәткән ярҙамдары өсөн ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилвановҡа, ҡала Советы сәркәтибе, Йәштәр Советының кураторы Тәнзилә Ханнановаға ҙур рәхмәттәрен белдерҙе. Фәнис Ғилванов спонсорҙарға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Тантанала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов та ҡатнашты.
Читайте нас: