Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2019, 20:00

Ҡалала ла, ауылдарҙа ла халыҡ һайлауҙарҙа теләп ҡатнаша

Яңауылдар Башҡортостан Республикаһы Башлығын, ауыл биләмәләре Советына һәм Яңауыл ҡалаһының дүртенсе саҡырылыш Советына депутаттар һайлай.

Яңауыл районында Башҡортостан Республикаһы Башлығы, ауыл биләмәләре Советына депутаттар һәм 3-сө бер мандатлы һайлау округы буйынса Яңауыл ҡалаһының дүртенсе саҡырылыш Советына өҫтәмә һайлауҙар бара.
Ҡалала ла, ауылдарҙа ла халыҡ һайлауҙарҙа теләп ҡатнаша. Ҡайһы бер тауыш биреү урындарына яңауылдар иртәнге сәғәт 7-гә үк тауыш бирергә килгән. Кемдер эшкә ашыҡһа, ҡайһылар иртә тороп күнеккән булып сыҡты.
«Мечта» йәшүҫмерҙәр клубы бинаһында урынлашҡан 3424 -се участка исемлегенә 1642 кеше индерелгән, 44 кеше өйҙә тауыш биреү буйынса ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Көндөң икенсе яртыһында билдәле адрестар буйынса комиссия ағзалары күсмә урна менән йөрөп сыҡты.
Читайте нас: