Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2019, 23:05

Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау тамамланды

Киске 9-ҙан участкалар ябылды, тауыштарҙы иҫәпләү башланды

Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау тамамланды. Киске 9-ҙан участкалар ябылды, тауыштарҙы иҫәпләү башланды.
Бөгөн Башҡортостан халҡы республика Башлығын һайланы. Был вазифаға һигеҙ кеше дәғүә итте: Радий Хәбиров – «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Юрий Игнатьев – «Ғәҙел Рәсәй», Зөлфиә Ғайсина – «Яблоко» партияһы, Иван Сухарев – ЛДПР, Юнир Ҡотлоғужин – КПРФ, Владимир Кобзев – «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы» , Владимир Барабаш – «Граждандар көсө», Рәфис Ҡадиров – «Рәсәй патриоттары».
Бынан тыш, 9-сы Ҡояшлы бер мандатлы һайлау округы (Өфөнөң Октябрь районы) һәм 16-сы Комсомол бер мандатлы һайлау округы буйынса (Нефтекама) алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлауы булды – һигеҙ кандидат теркәлгәйне.
Шулай уҡ бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәр урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайланы, уларҙа 7329 депутат мандаты алмаштырыла, төрлө партияларҙан 14 мең 978 кандидат теркәлгәйне.
Читайте нас: