Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2019, 21:15
Нефтекама ҡалаһы 481-се һайлау участкаһында тауыш биреүселәр быйыл, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, бик әүҙем.
Нефтекамала участкалар асылыу менән өлкәнерәктәр килһә, төштән һуң йәштәр “тартыла” башланы
Нефтекама ҡалаһы 481-се һайлау участкаһында тауыш биреүселәр быйыл, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, бик әүҙем.
Участка асылыу менән өлкәнерәктәр килһә, төштән һуң йәштәр “тартыла” башланы. Йәштәр ҙә, өлкән быуын кеүек үк, бик актив рәүештә үҙ гражданлыҡ позицияларын күрһәтергә ашыға.
Һайлауға килгән халыҡты тыштан уҡ йәнле музыка ҡаршылай, шуға ла улар күтәренке кәйеф менән тауыш бирә, шатланып, бүләктәр алып ҡайтып китә. Ата-әсәһенә эйәреп килгән кескәйҙәр ҙә бүләкһеҙ ҡалмай, уларға шарҙар, ручкалар, чупа-чупс кәнфиттәре бирәләр.
Фойела педагог-психолог консультацияһы һәм ҡамыр ризыҡтары менән сауҙа итеү ойошторолған. Тауыш биреү тыныс атмосферала үтә.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан