Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2019, 09:05

Республикала бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау башланды.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһында һайлау участкалары яңы график буйынса, йәғни 7.00-дән алып 21.00-гә тиклем эшләй.

Республикала бөгөн, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау башланды.
Был сара һәммәбеҙ өсөн дә ысын мәғәнәһендә гражданлыҡ бурысын үтәү, йәғни илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа буласаҡ үҙгәрештәргә үҙ ҡарашыбыҙҙы белдереү, киләсәккә булған өмөттәребеҙҙе, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлап сығыу мөмкинлеге булып тора.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһында һайлау участкалары яңы график буйынса, йәғни 7.00-дән алып 21.00-гә тиклем эшләй. Башҡортостан Республикаһы Һайлау кодексына индерелеүсе тейешле үҙгәрештәр хаҡындағы законды Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткән ине.
Бөгөн республика халҡы Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ике депутатын һайлай. Бынан тыш айырым ҡала һәм райондарҙа муниципаль депутаттарҙы ла һайлаясаҡтар.
Читайте нас: