Үрге Тәтешле 1-се урта мәктәбе бинаһында урынлашҡан 2930 һанлы һайлау участкаһында халыҡ ағымының туҡтап торғаны юҡ.
– Һайлауҙарҙы бер ваҡытта ла ҡалдырмайбыҙ. Тауыш биреп ҡайтмайынса, башҡа эштәргә ҡул бармай тора, – ти парлап килгән Гөлфинә һәм Роберт Хафизовтар.
Коллегабыҙ Гөлнара Закирйәнова ла һайлау участкаһына тормош иптәше менән килгән.
– Беҙ һәр ерҙә бергә. Һайлауға ла бары тик бергәләп кенә киләбеҙ. Парлап күңеллерәк бит. Республикабыҙҙың киләсәге хәл ителгән минуттарҙа ситтә ҡалыу килешкән эш түгел. Беҙҙең тауыш лайыҡлыларҙы һайларға ярҙам итер тип ышанғы килә, – ти Гөлнара һәм Рөстәм Закирйәновтар.