Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Декабрь 2019, 23:20

Дүрт меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән

VII Бөтә Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнөндә республикалағы дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары 3917 кешене ҡабул иткән. Был, үткән йыл менән сағыштырғанда, өстән бер өлөшкә күберәк. Былтыр 2716 кеше мөрәжәғәт иткәйне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса 2013 йылдан Дөйөм Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнө үткәрелә. Республикала был эшкә башҡарма власть федераль органдарының төбәк бүлексәләре, урындағы үҙидара органдары, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты йәлеп ителгән. Граждандар шулай уҡ Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итә алған.
Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Дөйөм Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнө республикала тыныс һәм ойошҡанлы үткән.
Автор: Айһылыу Низамова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: