Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Март 2020, 13:25

Сәйәси сараға әҙерлек дауам итә

Мәғлүм булыуын­са, 22 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Конституция­һына үҙгәрештәр индереүгә тауыш бирәсәкбеҙ.

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин был сараға әҙерлек буйынса министрлыҡтарға һәм ведомстволарға тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Аныҡлап әйткәндә, улар үҙҙәренең вәкәләт­тәренән сығып, Үҙәк һайлау комиссияһына граждандар исемлеген төҙөү һәм асыҡлау өсөн мәғлүмәт бирергә тейеш. Эске эштәр министрлығы яңы адрес буйынса теркәлгән граждандарҙы элекке йәшәгән урындарындағы иҫәптән өс көн эсендә төшөрөргә тейеш. Федераль башҡарма власть органдары һайлау комиссияларына граждандарға тауыш биреүгә әҙерлек һәм уҙғарыу тураһында мәғлүмәт таратыуҙа булышлыҡ итәсәк. Ошондай уҡ тәҡдим “Һаҡлыҡ банкы”, “ВТБ”, “Рәсәй почтаһы”, “Аэрофлот” кеүек банктарға һәм баш ҡаланың метрополитенына ебәрелгән.

Төбәк властарына тауыш биреү өсөн бушлай бина һәм барыуы ауыр булған райондарҙағы, участкаларҙан ситтәге кешеләрҙе транспорт менән бушлай тәьмин итеү ҡушылған.

2 мартта Рәсәй Президенты яңы Конститу­цияға рус милләте тураһында өҫтәмә индерҙе. Ил етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков, ундағы “илде ойоштороусы милләт” төшөн­сәһе аҙсылыҡты тәшкил иткән халыҡтарҙың хоҡуғын бер нисек тә сикләмәй, тип белдерҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин һуңғы Мөрәжәғәтнамәһендә илдең төп документына үҙгәрештәр индереү кәрәклеген билдәләгәйне. Ошо айҡанлы әле Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса етди эш алып барыла.
Автор: Рәмилә МУСИНА
Сығанаҡ һәм фото https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: