Башҡортостан Башлығы республика халҡы менән тура бәйләнеш барышында сентябрҙәге һайлауҙан һуң Дәүләт Думаһына китергә йыйынмауы хаҡында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк исемлеген етәкләү сәйәси ҡарар булды.
«Был ҡарарҙы аңлы рәүештә ҡабул иттем, күптән партияла торам, уның менән төрлө этаптарҙы үттем. Мин — «Берҙәм Рәсәй»ҙең ике тапҡыр партиянан сығарып, ике тапҡыр кире тергеҙгән берҙән-бер ағзаһылыр, моғайын. Партия ауыр осор кисерә, ул ҡайһы бер ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итте. Республика Башлығының рейтингы юғары, Башҡортостандағы партияға ҡарағанда юғарыраҡ. Әгәр исемлекте етәкләһәм, Башлыҡтың рейтингы түбәнәйеүе ихтимал, тип әйтеүселәр ҙә булды. Ләкин күп фекерҙәштәрем ошо партияла тора. Мин уларҙы ташлап, ситтә ҡала алманым», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.