Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2021, 14:27

Владимир Путин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирҙе

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә ведомствоның Баш идаралығында, беренсе ҡаттың фойеһында, Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Евгений Зиничев иҫтәлегенә сәскә һалыу өсөн урын ойошторолған.

Владимир Путин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирҙе
Владимир Путин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Армия генералы Е.Н.Зиничевҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ www.kremlin.ru рәсми сайтында баҫылған.

«Хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Зиничев Евгений Николаевичҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен бирергә (үлгәндән һуң)», — тиелә указда.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 55 йәшлек Евгений Зиничев Красноярск крайы Норильск ҡалаһында хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ул ведомство-ара күнекмәләрҙә кеше ғүмерен ҡотҡарған.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә ведомствоның Баш идаралығында, беренсе ҡаттың фойеһында, Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Евгений Зиничев иҫтәлегенә сәскә һалыу өсөн урын ойошторолған.

 

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Автор:
Читайте нас: