Башҡортостанда 17-19 сентябрҙә 3 миллиондан ашыуыраҡ кеше һайлауҙа ҡатнаша ала, уларҙың 43 меңе тәүге тапҡыр үҙҙәренең һайлау хоҡуғынан файҙалана. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселегенең «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында иғлан ителде.
Республикала, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙан тыш, 29-сы Талбазы, 43-сө Красный Холм, 55-се Буй һайлау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау, Өфө, Бөрө һәм Белорет ҡала советтарына һайлау, шулай уҡ ҡайһы бер ауыл советтарына һайлау уҙғарыла.
Дәүләт Думаһына һайлауҙа – 14 партия, алты бер мандатлы округ буйынса 13 партиянан 59 кандидат теркәлгән. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлауҙа 4 партиянан 11 кандидат теркәлгән, бер кандидат үҙен-үҙе тәҡдим иткән.
Республикала йәмғеһе 3403 һайлау участкаһы асыла.
Участкаларҙың 40% видеокүҙәтеү камералары менән тәьмин ителә. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ойошторған видеокүҙәтеү үҙәге эшләй. Унда видеокүҙәтеү менән йыһазландырылған барлыҡ участкаларҙан трансляцияларҙы күрергә мөмкин. Үҙәк һуңғы бюллетенде иҫәпләгәнсе өс көн дауамында эшләй. Үҙәккә аккредитация алыу өсөн ғариза бирергә кәрәк.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.