Һайлау участкаларында тауыш биреү бара. Өлкән быуын кешеләре айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Яңы Нуғай ауылында йәшәүсе тыл хеҙмәтсәне Нәсимә Ғәлиева ла һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып килде.
Нәсимә Ғүмәр ҡыҙының алты балаһы бар. Ул I дәрәжә Әсәлек миҙалы менән бүләкләнгән. Бөгөн уның 15 ейән-ейәнсәре, 9 бүлә-бүләсәре бар. Ул 42 ел мәктәптә эшләп, бер нисә быуын балалар тәрбиәләгән.
Тынғыһыҙ күңелле Нәсимә Ғүмәр ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә, һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмай.
— Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Беҙҙең, пенсионерҙарҙың, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙҙең барыһы ла яҡшы булһын өсөн тауыш бирәм, — ти ул.