Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Ғинуар 2022, 11:41

Путин пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим итте

Уның һүҙҙәренсә, әле хөкүмәттә, президент хакимиәтендә, Дәүләт Думаһында пенсияны арттырыуҙың аныҡ параметрҙары буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә.

Путин пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим итте
Путин пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт менән социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ — 8,6 процентҡа индексациялау тәҡдимдәрен әҙерләргә ҡушты. Был хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары яҙып сыҡты.

2019 йылдан ил властары был ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәй, тине дәүләт башлығы. Августа «Берҙәм Рәсәй» съезында ул ошо позицияны раҫланы. «Бөгөн, инфляцияның ярайһы уҡ артыуын иҫәпкә алып, был принциптан баш тартыу дөрөҫ булмаҫ ине», — тине президент.

Уның һүҙҙәренсә, әле хөкүмәттә, президент хакимиәтендә, Дәүләт Думаһында пенсияны арттырыуҙың аныҡ параметрҙары буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: