Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Июнь 2022, 15:54

Путинға ышаныс рейтингы 80,8 процентҡа еткән — ВЦИОМ

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең 2022 йылдың 30 майынан 5 июненә тиклем үткәргән һорау алыу йомғаҡтары шуны раҫлай.

Һорауға яуап биргән рәсәйҙәрҙең 80,8 проценты Владимир Путинға ышана, уның Рәсәй Президенты вазифаһындағы эшен 78,3 проценты хуплай. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең 2022 йылдың 30 майынан 5 июненә тиклем үткәргән һорау алыу йомғаҡтары шуны раҫлай.

Сағыштырыу өсөн: Украинала махсус операцияның тәүге көндәрендә рәсәйҙәрҙең 73 проценты Путинға ышана ине.

Шул уҡ ваҡытта премьер-министрҙың һәм Рәсәй Хөкүмәтенең эшенә ыңғай баһа биреү кимәле һуңғы аҙнала 53,4% (бер аҙнала +0,9 п.п.) һәм 52,9% (бер аҙнала +1,8 п.п.) тәшкил иткән.

«Берҙәм Рәсәй» партияһын хуплау кимәле — 41,7%, КПРФ — 10,4%, ЛДПР — 7,9% , «Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар - Ғәҙеллек өсөн» —5,7%, «Яңы кешеләр»  — 4,7%.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: