-4 °С
Болотло
Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең Хәүефһеҙлек советы ултырышында махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация мәлендә саҡырылған ир-аттарға аҡса довольствиеһы айына 195 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш тип һыҙыҡ аҫтына алып үтте.
Ил етәксеһе белдереүенсә, быға ғәскәрҙәрҙәге һалдаттарҙы әҙерләү һәм уҡытыу ваҡыты ла инә.
«Беҙҙең бөтә яугирҙәр бар кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылырға тейеш», — тип өҫтәне Владимир Путин.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.