Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының 70 сараһында ҡатнашты. Эш осрашыуҙары, фекер алышыуҙар, илдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр. Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың беренсе вице-премьеры — иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов форум йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Башҡортостан майҙаны 400 квадрат метрлыҡ стенд әҙерләгәйне. Экспозицияны 5 мең кеше ҡараны. Ошонда уҡ форумда иң яҡшыһы тип танылған башҡорт аш-һыуы рестораны эшләне, 1,5 мең кеше милли ризыҡтар менән танышты.
Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған бизнес-иртәнге ашта федераль власть органдары һәм үҫеш институттары, «Рәсәй вертолеттары» холдингы, IT-компанияларҙың 50-нән ашыу вәкиле ҡатнашты.
Форумда бизнес менән 100 миллиард һумлыҡ 27 килешеү төҙөлдө. Улар араһында — «Рәсәй экологик операторы» компанияһы менән 11 миллиард һумлыҡ килешеү. Вице-премьер һүҙҙәренсә, иң мөһиме — «Магнит» федераль селтәре менән магазин кәштәләрендә Башҡортостан фермерҙары һәм агрокомпаниялары продукцияһының өлөшөн арттырыу тураһында һөйләшеп килешелде.
Башҡортостандың Санкт-Петербург иҡтисади форумында ҡатнашыуы тураһында киң мәғлүмәт сараларында 400-ҙән ашыу мәғлүмәт донъя күрҙе.
Рөстәм Моратов сараны ошондай юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалған коллегаларына рәхмәт белдерҙе.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.