Ҡурай
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Июнь 2023, 16:35

Рәсәйҙең яңы төбәктәре Белоруссия менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы - Владимир Путин

Владимир Путин төбәк-ара форумдың 10 йылдан ашыу төбәктәр башлыҡтарын, парламентарийҙарҙы, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен, эшлекле һәм эксперт даирәләре, ике илдең йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәрен йыйыуына иғтибар итте. 

Рәсәйҙең яңы төбәктәре Белоруссия менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы - Владимир Путин
Рәсәйҙең яңы төбәктәре Белоруссия менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы - Владимир Путин

Рәсәйҙең яңы төбәктәре Белоруссия менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.

«Рәсәйҙең яңы төбәктәре лә төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә ҡушылыуға ҡыҙыҡһыныу белдерә», - тине Рәсәй Президенты. Ул Х Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумында ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

Рәсәй субъекттары һәм Белоруссияның бөтә өлкәләре лә тиерлек үҙ-ара файҙалы күп планлы бәйләнештәрҙе хуплай, тип билдәләне Путин. Рәсәй Федерацияһы Президенты Себер, Алыҫ Көнсығыш, Ҡырым һәм Севастополдең белорус коллегалары менән партнерлыҡты әүҙемләштереүен билдәләне.

Владимир Путин төбәк-ара форумдың 10 йылдан ашыу төбәктәр башлыҡтарын, парламентарийҙарҙы, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен, эшлекле һәм эксперт даирәләре, ике илдең йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәрен йыйыуына иғтибар итте. 

«Өфөгә, миңә хәбәр итеүҙәренсә, форумдың рәсми программаһында, төбәктәрҙең хужалыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә, ике илдең сауҙа-сәнәғәт палаталарының берлектәге ултырышында һәм йәш парламентарийҙар осрашыуында ҡатнашырға меңләгән Рәсәй һәм Белоруссия делегаттары килгән.

Һеҙҙә ике яҡлы партнёрлыҡ һәм Союз дәүләтен төҙөү йәһәтенән файҙалы һәм йәнле фекер алышыуҙар булғанын беләм. Төбәктәрҙең туранан-тура ҡатнашлығында хәл ителгән мәсьәләләр иҫәбендә сәнәғәт кооперацияһын тәрәнәйтеүҙе, аграр өлкәләге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы, алдынғы мәғлүмәт технологияларын индереүҙе, гуманитар бәйләнештәрҙе һәм туристик алмашыуҙарҙы киңәйтеүҙе, йәмәғәт ойошмаларына һәм ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙам итеүҙе билдәләп үтергә кәрәк.

Форум барышында хеҙмәттәшлек һәм коммерция килешеүҙәре тураһында йөҙҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылған. Был иҫ киткес һөҙөмтә, һис шикһеҙ, Рәсәйҙең һәм Белоруссияның артабанғы иҡтисади үҫешенә һәм ике ил иҡтисадының үҙ-ара бәйләнешен нығытыуға булышлыҡ итәсәк», – тине Владимир Путин.

Автор:
Читайте нас: