Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
4 Октябрь 2018, 17:53

Иң яҡшы тәфтишсе Нефтекамала йәшәй

Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Нефтекама район-ара тикшереү бүлеге тәфтишсеһе Андрей Нагорнов 2017 йыл эш нәтижәләре буйынса үткәрелгән «РФ Тикшереү комитетының иң яҡшы хеҙмәткәре» Дөйөм Рәсәй конкурсында еңеүсе булған.

Конкурсҡа йомғаҡ Мәскәү ҡалаһында яһалған һәм Андрей Нагорнов РФ Тикшереү комитеты рәйесе А.И.Бастрыкин ҡулдарынан лайыҡлы бүләген – РФ Тикшереү комитетының «Иң яҡшы тәфтишсе» билдәһен алған.
Конкурс региональ һәм дөйөм Рәсәй этаптарынан торған. «Район-ара тикшереү бүлектәре һәм Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы иң яҡшы тәфтишсеһе» номинацияһында еңеү яулағандан һуң, А.Нагорнов Рәсәйҙең иң яҡшы тәфтишсеһе исеменә дәғүә итә. Еңеүсене РФ Тикшереү комитеты Үҙәк комиссияһы билдәләгән.
Андрей Нефтекамала 2016 йылдан башлап ҡына йәшәй, сығышы менән ул Киров өлкәһенән. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлағандан һуң Өфөлә тикшереүсе ярҙамсыһы булып эшләй. Тәүҙә бер нисә йыл бөтөнләй башҡа өлкәлә – полиграфик технологиялар инженеры булараҡ хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, үҙен башҡа сферала һынап ҡарамаҡсы була. Нәтижәлә, Андрей Нагорнов 26 йәшендә тикшереү бүлеге тәфтишсеһе итеп тәғәйенләнә.
Тәфтишсенең эш үҙенсәлеге енәйәт эштәрен тикшереүгә ҡайтып ҡала. Улар араһында - ауыр һәм үтә ауыр енәйәт эштәре. Шулай уҡ бәлиғ булмағандар ҡылған йәки уларға ҡарата ҡылынған енәйәт эштәре, иҡтисади енәйәттәр һәм башҡалар бар. Енәйәттәрҙең күбеһе кеше үлтереү, көсләү, үҙ-үҙенә ҡул һалыу, хәбәрһеҙ юғалғандар менән бәйле.
– Һанап әйткәндә ниндәй эштәр башҡараһығыҙ, тиһегеҙме? Тәүлек әйләнәһенә дежур тороу, енәйәт ҡылынған урынға тиҙ арала барып етеү, һорау алыу, ҙур күләмле мәғлүмәт туплау һәм башҡалар. Быларҙың бөтәһе лә ҡануниәтте, суд медицинаһын, криминалистиканы, логиканы, психологияны, иҡтисад нигеҙҙәрен яҡшы белеүҙе талап итә. Төрлө контингент кешеләре менән эшләргә тура килә: енәйәтселәр, шаһиттарҙан башлап, оператив хеҙмәттәр – полиция хеҙмәткәрҙәре, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, прокуратура һәм башҡаларға тиклем. Тәфтишсе һөнәре яуаплы, шул уҡ ваҡытта мораль яҡтан ауыр, психологик яҡтан түҙемлек, сыҙамлыҡ, тотороҡлоҡ талап итә. Эште эш булараҡ ҡабул итергә, һәр осраҡты ла йөрәктә йөрөтмәҫкә тырышам, – ти Андрей. – Ғаиләм – бар яҡлап та ярҙамға әҙер торған яратҡан ҡатыным, балаларым, дуҫтар менән аралашыу, футбол – быларҙың бөтәһе лә елкәгә төшкән ауыр йөктө тартырға ярҙам итә.
Ике йыл эшләү дәүерендә Андрей Нагорнов тиҫтәләгән ауыр һәм үтә ауыр булған енәйәт эштәрен асыҡлаған. Уға иң ауыр һәм киң яңғыраш алған эштәр эләгә. 2017 йыл эсендә тәфтишсе 55 енәйәт, шул иҫәптән 17 ауыр һәм үтә ауыр эштәрҙе асҡан.
– Ҡыҫҡа ғына осор эсендә бындай нәтижәләргә ирешергә нимә ярҙам итте?
– Иң мөһиме – ойошҡанлыҡ, – тип һанай Андрей. – Бөтә эште системала, тәртиптә тотоу мөһим.
Андрейҙың төп ҡағиҙәһе: «Бөгөн эшләргә мөмкин булған эште иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа».
Тәфтишсе әйтеүе буйынса, конкурста еңеү яулауҙа бөтә коллективтың өлөшө ҙур.
– Хеҙмәттәштәремдең ярҙамын бында эшләй башлаған беренсе көнөмдән үк тоям, – ти ул.
Был һөнәрҙе һайлағанына үкенмәй Андрей Нагорнов. Киләсәктә тағы ла камиллашырға һәм һөнәри яҡтан үҫергә теләй. Йәш тикшереүсенең уңыштарына ҡарағанда, теләктәр һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ.
Читайте нас: