Физкультурниктар көнө алдынан беҙ Илшат Борис улының үҙен күреп һөйләшергә булдыҡ. Ул Иҫке Һикәяҙ ауылы егете. Ауыл мәктәбендә башланғыс кластарҙы тамамлағандан һуң, уҡыуын Үрге Тәтешленең 1-се урта мәктәбендә дауам итә. Илшатты көрәш секцияһына бер туған ағаһы Илгиз саҡыра. Был ваҡытта уға 12 йәш була. Егеттең көрәш спортындағы тәүге аҙымдары шулай башланып китә.
Тәүге еңеүҙе ул ауыл һабантуйында яулай. Оҙаҡ та үтмәй, Пермь крайы беренселегендә 3-сө урынға сыға.
– Ә шулай ҙа миңә ҡанат ҡуйған еңеү – үҙебеҙҙең районда ойошторолған төбәк-ара турнир булды. Мин унда Пермь егете, Рәсәйҙең ике тапҡыр көмөш призеры Динар Тайсинды 3:1 менән еңдем. Үҙемә булған ышанысым бермә-бер артып, тағы ла ныҡышмалыраҡ шөғөлләнә башланым, – ти Илшат.
13 йыл эсендә Илшат 400-ҙән артыҡ алышта ҡатнаша. Рәсәй беренселегендә һәм чемпионатында дүрт тапҡыр призер була, халыҡ-ара бәйгеләрҙә үҙ көсөн һынай. Өйөндә стенаға эленгән миҙалдарҙың, диплом-кубоктарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Был тиклем уңыштар яулау өсөн күпме көс, сыҙамлыҡ һәм рухи ныҡлыҡ кәрәк!
Мин унын тренеры Иҙрис Ғиләжев менән ҡыҙыҡһынмай булдыра алманым, шулай уҡ көрәш өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылыуы тураһында һөйләүен үтендем.
– Бөгөнгө шарттарҙы элеккеләре менән һис тә сағыштырып булмай. Йылы, киң зал, душ, сауна – бөтәһе лә тейешле дәрәжәлә булдырылған. Ә бит ҡасандыр был хаҡта хыялланырға ла ҡурҡа инек. 5/6 размерындағы залда ике пар шөғөлләнһә, ҡалғандарыбыҙ көтөп тора. Шулай ҙа һынатҡаныбыҙ булманы: зонала иң яҡшылары булдыҡ, републиканың иң яҡшы командалары иҫәбенә индек, Рәсәй һәм донъя чемпионатына сыҡтыҡ.
Был уңыштарыбыҙҙың башында, әлбиттә, БР-ҙың иң яҡшы тренеры Иҙрис Әҙиәтулла улы тора. Һуңғы алты йыл эсендә генә ул билбаулы көрәш буйынса – өс, көрәш буйынса – бер спорт мастеры, Рәсәй спорт мастерлығына – туғыҙ кандидат әҙерләне. Ике кеше Рәсәй спорт беренселеге еңеүселәре һәм донъя беренселеге призерҙары булды. Бөгөн икәүһе - Рәсәйҙең, һигеҙе Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаларына индерелде. Билбаулы көрәш бу- йынса спортсыларыбыҙ һуңғы йылдарҙа республикала лидерҙар рәтендә. Районда әле бер кемдең дә бындай һөҙөмтәләргә ирешкәне булманы. Иҙрис Әҙиәтулла улы – үҙ эшенең лидеры, намыҫлылыҡ, принципиаллек кеүек сифаттарға эйә булған ысын остаз.
Әңгәмәбеҙ аҙағында Илшат Борис улы үҫеп килеүсе быуынға теләктәрен еткерҙе:
– Илебеҙгә рухи яҡтан да, физик яҡтан да көслө граждандар кәрәк. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәүҙән ҡурҡмағыҙ. Илебеҙ киләсәге һеҙҙең ҡулығыҙҙа.