- Инзилә Нил ҡыҙы, әлеге вазифаға ниндәй юлдар менән килдегеҙ?
- Мин Ҡуян ауылында тыуып үҫтем. Ҡуян урта мәктәбен тамамлағандан һуң артабан белемемде дауам итеү өсөн Нефтекамалағы нефть техникумының юриспруденция бүлеген һайланым. Уны ҡыҙыл дипломға уҡып бөткәндән һуң Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалына ситтән тороп уҡырға индем, уны ла уңышлы тамамланым.
Райондың “Кама таңнары” гәзитендә Шушнур ауыл биләмәһе хакимиәтенә йәштәр менән эшләү буйынса белгес талап ителеүе тураһында белдереү уҡығас, бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Ауыл биләмәһенең ул ваҡыттағы башлығы Фәриҙә Ғәниева мине бик йылы ҡабул итте һәм ең һыҙғанып эшкә тотондом. Халыҡты белмәү тәүҙә, әлбиттә, ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Ундай ваҡыттарҙа Фәриҙә Ғабдулла ҡыҙы ҙур ярҙам күрһәтте. Йәштәр менән бик тиҙ уртаҡ тел таптыҡ.
- Бөгөнгө йәштәр кемдәр улар? Һеҙҙең етәкселектәге “йәштәр армияһы” ҙурмы?
– Бөгөн был категорияға 14-тән 30 йәшкә тиклем егеттәр һәм ҡыҙҙар инә. Беҙҙең ауылда 350-ләп йәш кеше йәшәй. Улар араһында мәктәп уҡыусылары ла байтаҡ. Ауыл биләмәһендәге Шушнур һәм Яңы Аҡтанышбаш урта мәктәптәре коллективтары менән тығыҙ элемтәлә эшләйбеҙ.
Эшләүсе йәштәр айырым иғтибар үҙәгендә. Күпселек йәштәребеҙ – нефтселәр. Нефтекама ҡалаһында һәм Себер киңлектәрендә вахта ысулы менән эшләүселәр ҙә етерлек. Уларҙың буш ваҡыттарын ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу эшемдең төп йүнәлештәренең береһе, тип иҫәпләйем. Төрлө мәҙәни һәм спорт саралары ойошторабыҙ. Бының өсөн ауыл биләмәһендә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Шушнурҙа һәм Яңы Аҡтанышбашта мәҙәниәт йорттары, Түбән Таҡыяла һәм Яңы Моштола ауыл клубтары уңышлы эшләй. Теләге булғандарға төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә мөмкин. Йәштәребеҙ район күләмендә үткән төрлө мәҙәни һәм спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, спорт ярыштарындағы күрһәткестәребеҙ буйынса 2 йыл рәттән райондың 14 ауыл биләмәһе араһында 5-се урын яуланыҡ. Быйылғы күрһәткесебеҙ тағы ла яҡшыраҡ булыр, тип өмөтләнәм. Беҙҙең футбол, волейбол буйынса егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командаларыбыҙ уңышлы сығыш яһай. Саңғысыларыбыҙ бик көслө, өҫтәл теннисы, шахмат-шашка, дартс менән шөғөлләнеүселәребеҙ күп. Армрестлинг йәки ҡул көрәштереү менән үҙем дә бик теләп шөғөлләнәм. Ә таэквондо көрәше бу-йынса мин өс тапҡыр Рәсәй Федерацияһы чемпионы.
– Ҙур спорт юлығыҙ ҡасан һәм ҡайҙа башланды?
– Ҙур спортҡа юлым тыуған ауылыбыҙ мәктәбендәге спорт секцияһынан башланды. Ул ваҡытта Ҡуян урта мәктәбендә тренер Рәсүл Мөхәммәтшин таэквондо секцияһы алып бара ине. Мин бик теләп шул секцияға йөрөй башланым. Ни әйтһәң дә, ғаиләлә ике ағай янында тәрбиәләнгән ҡыҙ ҙа инде мин. Улар кеүек ҡыйыу һәм көслө булырға теләнем. Өҫтәүенә, таэквондо секцияһына ҡыҙҙар бик күп йөрөй ине. Бер үк ваҡытта армрестлинг менән дә шөғөлләндек. Беҙҙе мәктәптә уҡығанда төрлө ярыштарға йөрөтә башланылар. Ә техникумда иһә спорт менән ныҡлап шөғөлләнеү өсөн яңы мөмкинлектәр асылды.
– Рәсәй Федерацияһы дәрәжәһендәге иң юғары ҡаҙанышығыҙ ҡасан һәм ҡайҙа булды?
– 2005 йылда Краснодар ҡалаһында үткән Рәсәй Федерацияһы чемпионатында беренсе тапҡыр почет пьедесталының иң юғары баҫҡысына күтәрелдем. Финалда миңә 2 тапҡыр донъя чемпионы менән алышырға тура килде. Алыш бик көсөргәнешле барҙы. Таэквондола етеҙлек менән бер рәттән ҡулдарҙың бик көслө булыуы ла кәрәк. Тренерыбыҙҙың ни өсөн беҙҙе армрестлинг менән дә шөғөлләнергә мәжбүр иткәнен мин шунда аңланым. Был алыш үҙ ғүмеремдәге иң ауыры һәм ҡатмарлыһы булды тиһәм һис арттырыу булмаҫ.
Таэквондо менән шөғөлләнеүселәрҙең ҡул менән һуғып таҡта киҫәген ярғандарын йәки аяҡ менән тибеп кирбесте ватҡандарын күргәнегеҙ барҙыр. Чемпионатта мин ошо төр алышта 1 дәрәжә дипломға ла лайыҡ булдым.
2006 йылда иһә Сочи ҡалаһында үткән бәйгелә Рәсәй Федерацияһы чемпионы исемемде ҡабат раҫланым.
– Спорт менән даими шөғөлләнеү кешегә нимә бирә?
– Беренсенән, кешелә үҙ көсөнә ышаныу тыуа. Ә көслө кеше бер ваҡытта ла ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, уларҙы еңеп сығыу юлдарын эҙләй. Ул үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла яҡлай ала. Иманым камил, кеше үҙ көсөн кемделер рәнйетеү өсөн түгел, ә фәҡәт башҡаларҙы яҡлау өсөн генә ҡулланырға тейеш. Юғиһә, хәсрәт футболсыларыбыҙ Александр Кокорин һәм Павел Мамаев кеүек әҙәм көлкөһөнә ҡалырыңды көт тә тор!
Физкультура һәм спорттың сәләмәтлек сығанағы булыуын ҡабатлап тороуҙың кәрәге юҡтыр, тип ышанам.