Башына түбәтәй, өҫтөнә сигеүле сәкмән кейгән ғорур ҡиәфәтле Фәрит Йыһангиров – тамашасы һөйөүен яулаған нәфис һүҙ оҫтаһы. Төрлө жанрҙарҙағы кисәләрҙә күңел ҡылдарын сиртеп илатырлыҡ, күҙ йәштәре сыҡҡансы көлдөрөрлөк ижады менән дан яуланы ул. Фәрит Абзал улы менән әңгәмәбеҙҙе гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итәбеҙ.
– Бөгөнгө дәрәжәгә нисек өлгәштегеҙ, Фәрит ағай?
– Һәр кеше үҙ алдына ниндәй ҙә булһа маҡсат ҡуя. Минең маҡсатым – үҙемә йөкмәтелгән эште һәр саҡ еренә еткереп башҡарыу. Шул саҡта ғына хеҙмәтеңә юғары баһа бирелергә мөмкин. Илке-һалҡы йөрөргә яратмайым. Эшләргә икән – эштең гөлө сығып торһон.
– Һеҙ тормошоғоҙҙан ҡәнәғәт кешелер, шулаймы?
– Мин бик бәхетле кеше. Һәр ваҡыт яратҡан эшем булды, тормош юлымда яҡшы кешеләр осрап торҙо. Йәштән талантымды күреп, уны камиллаштырырға, асырға ярҙам итеүсе Рима Ғәбделхаҡова менән Сәлим Ғарифуллинға рәхмәтлемен. Улар мине гастролдәргә, конкурстарға ебәрә торғайны. Унда мин ҙур артистар менән танышып, аралашып, уларҙың сығыштарын күреп, үҙ-үҙемә яңы талаптар ҡуйып ҡайтыр булдым. Тамашасыма рәхмәтлемен, сәхнә түрендә алҡыштарға күмелеп баш эйеүе үҙе бер бәхет. Мине, электромонтер булып эшләгән ябай ауыл егетен, күреп районға саҡырып алдылар. Айырым бүлмә бирҙеләр, шиғырҙарҙы ятлау, ролдәрҙе өйрәнеү өсөн тыныслыҡ талап ителә бит. Уңайлыҡтар тыуҙырғас, еңел булды. Мин бит сәхнәгә бейеүсе булараҡ сыҡҡан кеше. Рәзиф Рәхимов мине урта мәктәпте тамамлағас, «Әри» бейеү төркөмөнә алып килде, үҙҙәрендә йәшәтте. Минең ижад юлыма ҙур этәргес булды ул. Һуңынан спектаклдәрҙә ҡатнаша башланым, унан нәфис һүҙ жанры үҙенә тартып алды.
– Поэмаларҙы, оҙон шиғырҙарҙы оҙаҡ ятлайһығыҙмы?
– Мәҫәлән, «Яралы гармун» поэмаһын ике-өс ай дауамында ятланым. Артист булараҡ, гел уның өҫтөндә генә лә ултырып булмай. Әле фольклор, әле спектакль, концерттар, гастролдәр менән сығып йөрөү ваҡытты ала. Сығышымды энәһенән ебенә ҡәҙәр әҙерләү бик күп репетициялар талап итә. Интонация, жест, мимика, музыканы тойоу, әҫәрҙе тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп эшкәртеү өсөн айҙар үтә. Унан һуң инде концерт һайын бер шиғыр һөйләп булмай, репертуарҙы яңыртып торорға кәрәк.
– Репертуар тигәндән, уны һайлағанда ниндәй шағирҙарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Йәшерәк саҡта Пермь крайы, Себер яҡтарында, Свердловск өлкәһендә, татар-башҡорттар йәшәгән алыҫ төбәктәрҙә сығыш яһағанда үҙебеҙҙең Әнғәм Атнабаев шиғырҙарын һөйләнем. Әле булһа Атнабай әҫәрҙәренә өҫтөнлөк бирәм. Улар күңелгә бик яҡын. «Яралы гармун» поэмаһы менән республика конкурсында гран-приға лайыҡ булдым. Уның йөҙгә яҡын шиғырын яттан беләм. Хәҙер бит интернет заманы. Ижад менән шөғөлләнеүсе дуҫтарым «Фәрит ағай, һиңә шиғыр ебәрәм», тип социаль селтәрҙәр аша һала. Шиғыр бик фәһемле икән, авторы билдәһеҙ булһа ла, сәхнәгә сығарам.
– Сәхнәлә һүҙегеҙҙе онотоп, яңылышҡанығыҙ булдымы?
– Сәхнәлә бер тапҡыр ҙа юғалып ҡалғаным булманы. Әҙер булмаһам, мин тамашасы алдына сыҡмайым. Ә бына тормошта яңылышҡан, абынған саҡтарым күп булды. Әҙәм балаһы яңылышмай ғына йәшәй алмай, яңылыша, уны төҙәтәм тип йәнә хаталар яһай. Тормош бит ул бик ҡатмарлы, шәхси тормош бигерәк тә. Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә ҡатын, тиҙәр. Тормош иптәшем Гөлсимәгә бик рәхмәтлемен – ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙҙы.
– Ул һеҙҙең концерттарға йөрөймө?
– Эшләгән ваҡыттарында өлгөрмәй ине. Лайыҡлы ялға сығыу менән бер сығышымды ла ҡалдырғаны юҡ, уларҙы ихластан ҡабул итә. Ваҡыты булғанда, гастролдәргә ла бергәләп барабыҙ. Кемдең санаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың, ти халыҡ. Ҡатын минең санама ултырҙы, Гөлсимә апайығыҙ менән шиғырҙарҙы бергәләп ятлайбыҙ.
– Ниндәй ризыҡтар яратаһығыҙ?
– Мин ауыл малайы. Өҫтәлгә килгән бар ризыҡҡа ла ҡәнәғәтмен. Иптәшем тәмле-тәмле итеп бәрәмәстәр, бәлештәр бешерә.
– Эт йылы һеҙгә ниндәй үҙгәрештәр алып килде?
– Мин үҙем дә эт йылында тыуғанмын. Шуғалырмы икән, быйылғы йыл минең өсөн айырыуса уңышлы булды. Райондың юғары бүләге – Әнғәм Атнабаев исемендәге премияға лайыҡ булдым. Оло юбилейымды ҡаршыланым, хаҡлы ялға аяҡ баҫтым.
– Һеҙҙең йыш ҡына дини байрамдар, дини йыйындар алып барғанығыҙҙы күргәнем бар. Үҙегеҙ дингә нисек ҡарайһығыҙ?
– Эйе, пенсия кешегә донъя ҡыуыр өсөн түгел, мәсеткә йөрөп, аҡһаҡал булып ғәмәл-ғибәҙәт ҡылыр өсөн бирелә. Мин быға бик етди ҡарайым. Кеше тыштан ғына түгел, бар күңеле менән Аллаһ юлында булырға тейеш. Әкрен генә уның аҫылдарын өйрәнеп, киләсәктә ейәндәргә, йәштәргә өлгө булырлыҡ аҡһаҡал булаһы бар әле. Әлегә аҙан әйтәм, бәпәйҙәргә исем ҡушам, Аллаһ ҡабул итһен.
– Ижад кешеһе бер ҡасан да ирешкәндәр менән сикләнмәй, яңы үрҙәргә ынтыла. Алдағы көндәргә пландарығыҙ ниндәй?
– Эйе, ирешелгәндәр сик түгел. «Илһам» халыҡ театрының режиссеры булараҡ, йыл һайын спектаклдәр ҡуйып, тамашасыны шатландырып торабыҙ. Быйыл иһә Әнғәм Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» пьесаһын сәхнәләштереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Алдағы көндәрҙә ижади дуҫтарым менән бергә Ҡазан ҡалаһында Әлфиә Авзаловаға арналған конкурста ҡатнашырға әҙерләнәм. Артабан Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған конкурс көтә.
– Һеҙҙеңсә, бәхет нимәлә?
– Бәхетте төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә. Минең өсөн ул тырышып башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһен күреү.
– Бер хәдистә «Пенсияға сыҡҡансы кеше кемгәлер һигеҙ сәғәт эшләй. Ул был ваҡытты артып китмәһен, тип, ял итә-итә башҡара. Пенсияға сыҡҡандан һуң 24 сәғәт буйына үҙем өсөн эшләйем тип саба-саба ла, хәлдән тайып йығыла», тигән һүҙҙәр бар…
– Минең киреһенсә. Һаман да тамашасым тип йәшәйем, ижад итәм. Артист сәхнәгә сыҡмаһа, һулған гөлгә оҡшап ҡала. Минең дә күңел «60 йәш ул нишләп ҡарт булһын», тип тибә. Эшһеҙ ултырыуҙан да нәсәр нәмә юҡ.
– Фәрит ағай, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә артабан да ижади уңыштар, ғаилә бәхете юлдаш булһын.