Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
24 Ноябрь 2018, 15:20

Айҙар һәм Лариса Усмановтар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгǝн

Сикһеҙ хеҙмәт һәм һикәлтәле ғүмер юлынан матур итеп, ҡулға-ҡул тотоношоп атлаусы Айҙар һәм Лариса Усмановтар – бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройҙары.

Ғаилә тормошо – һәр беребеҙ өсөн сикһеҙ хеҙмәт һәм һикәлтәле ғүмер юлы. Шул юлдан матур итеп, ҡулға-ҡул тотоношоп атлаусы Айҙар һәм Лариса Усмановтар – бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройҙары.
Был парға мин күптән ғашиҡ. Уларҙың бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәте, сикһеҙ мөхәббәте һүҙһеҙ ҙә аңлашылып тора. Быйыл улар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгǝн. Мәғлүм булыуынса, был миҙал 25 йылдан ашыу бәхетле никахта йәшәгән һәм ғаиләне нығытыуға ярайһы ҙур өлөш индергән ирле-ҡатынлыларға тапшырыла.
Ғаилә башлығы Айҙар Фоат улы Усманов – Нефтекамала ғына түгел, республикала ла киң танылыу тапҡан рәссам. Уның тыуған ерҙәре – Асҡын районы Билгеш ауылы. Һәр беребеҙҙең холоҡ-фиғеле донъяға ауаз һалған миҙгелгә һәм тыуған яҡ тәбиғәтенә бәйлелер. Һушты алыр йәмле тәбиғәт – мең төрлө төҫ менән күҙҙе ҡамаштырған туғай-болондар, урғылып сыҡҡан бихисап шишмәләр, һомғол ҡайындар, хуш еҫле ҡарағайҙар, ымһындырып торған урмандар – былар бөтәһе лә Айҙар Усмановтың тыуған ере. Ергә йәмле яҙ аяҡ баҫҡан мәлдә донъяға килгән малайҙың аңына, зиһененә, булмышына ошо ерҙең ҡото һеңгәндер. Шулай булмаһа, уның картиналарынан, ағастан йәки кейеҙҙән яһалған башҡа эштәренән тыуған еренә, тәбиғәтенә, уның эшсән халҡына сикһеҙ һөйөү бөркөлөр инеме?..
Усмановтар – Асҡын районында бик боронғо һәм хөрмәт ҡаҙанған зат. Олатаһы Усманов Мөҙәрис Усман улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Асҡын районында иң беренсе орден алған кешеләрҙең береһе. Уның исеме менән Билгеш ауылының бер урамы аталған.
Бала сағы гел уйнап-көлөп, һис бер хәсрәтһеҙ генә үтмәй Айҙарҙың. Уға ни бары 2 генә йәш булғанда атаһы үлеп китә. Ошо ҡара ҡайғыны 5 сабыйы менән бергә күтәрә уның әсәһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы. Ауырлыҡтарҙы үткәндә күңеле ҡатмай, төшөнкөлөккә бирелмәй. Иңенә төшкән юғалтыуҙы күтәреүҙән башҡа сара ҡалмай – күҙенә ҡарап торған, уның йылы һүҙенә, йылы ҡарашына мохтаж биш балаһы бар бит.
– Әсәйем беҙгә, балаларына, яҡшы тәрбиә бирҙе, бөтәбеҙҙең дә һөнәр алыуыбыҙға иреште, – ти Айҙар Фоат улы.
Әсәләренең үҙҙәренә түккән күңел көсөн, йөрәк йылыһын балалары ла әләф-тәләф итмәй, аҡыллы, эшсән булып буй еткерәләр.
6 класҡа еткәс, Айҙар, үҙенең игеҙәк һыңары Айрат менән, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт мәктәп-интернатына уҡырға китә. Бында уҡыған йылдары тураһында тик йылы хәтирәләр генә һаҡлай Айҙар Фоат улы:
– Уҡытыусыларыбыҙ, бигерәк тә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Екатерина Ивановна беҙҙе бик яратып уҡытты, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне, ғаиләләребеҙҙе алыштырҙы. Шулай уҡ тирә-яҡтағы матурлыҡты күрергә өйрәтте: музейҙарға, спектаклдәргә, күргәҙмәләргә йөрөттө…
Һынлы сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, Айҙар Усманов Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге БДПУ) сәнғәт-графика факультетына уҡырға инә. Унда рәсем, һыҙым һәм хеҙмәт уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Үҙенең диплом эше итеп ағас һырлауҙы һайлай. Шулай итеп, уның иң уңышлы эштәренең береһе – «Һауа», «Һыу», «Ер» триптихы барлыҡҡа килә. Был эшендә Айҙар Фоат улының тәбиғәт менә сикһеҙ һоҡланыуы сағыла, ул уға бөтә күңелен һалған. Аҙаҡ тап ошо триптих Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт күргәҙмәһендә дипломға лайыҡ була. Бынан һуң рәссам күп тапҡырҙар төрлө конкурстарҙа ҡатнаша һәм әле лә ҡатнашыуын дауам итә. Нефтекамала уны талантлы рәссам һәм һырлы сәнғәт оҫтаһы, абруйлы уҡытыусы булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. Уның гуашь, май менән төшөрөлгән һүрәттәре, тубырсыҡтарҙан, орлоҡтарҙан, ботаҡтарҙан, япраҡтарҙан, хатта быяла ярсыҡтарынан яһалған аппликациялары айырым иғтибарға лайыҡ.
Рәссамдың ошо матурлыҡты тыуҙырырға ярҙам итеүсе, илһам биреүсе музаһы бар. Ул – һөйөклө ҡатыны Лариса Әхнәф ҡыҙы. Яҙмыш елдәре уларҙы 6-сы класта, һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡыған йылдарында, уҡ осраштыра һәм шунан башлап улар айырылғыһыҙ, бер бөтөнгә әйләнә. Бергә институтҡа уҡырға инәләр, бер парта артында ултыралар. Лариса Әхнәф ҡыҙының ҡыҙ фамилияһы ла Усманова була, шуға ла уларҙы студент йылдарында уҡ ир менән ҡатын тип уйлайҙар.
– Лариса Әхнәф ҡыҙына фамилияһын алыштырып тораһы булмаған икән, – тип көләм әңгәмәләшселәрем менән һөйләшкәндә.
– Ҡыҙ фамилиям ныҡ оҡшай ине. Кейәүгә сыҡһам да, фамилиямды алыштырмайым, – тип уйлай торғайным йәш саҡта, – ти Лариса Әхнәф ҡыҙы. – Алланың «амин» тигән сағына тура килгәндер инде, шундай уҡ фамилиялы кешегә кейәүгә сыҡтым.
Лариса Әхнәф ҡыҙы – Борай районы Ваныш-Алпауыт ауылы һылыуы. Алты балалы ғаиләлә бишенсе сабый булып донъяға килгән. Атаһы Әхнәф Фәтхелбаян улы һәм әсәһе Рәшиҙә Малик ҡыҙы балаларына яҡшы тәрбиә биргән, бәхеттең тик хеҙмәттә булыуын кесе йәштән һеңдереп үҫтергән. Алты баланың бөтәһе лә иҫән-һау, бәхетле ғүмер итәләр. 97 йәшлек Әхнәф бабай бөгөн ҡыҙы Лариса һәм кейәүе Айҙар тәрбиәһендә йәшәй. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
– Оҙаҡ йәшәүегеҙҙең сере нимәлә? – тигән һорауға ул:
– Кешенең намыҫы таҙа, күңеле тыныс булырға тейеш. Мин ғүмеремдә бер кемгә насар һүҙ әйтмәнем, аламалыҡ эшләмәнем. Аҡса, байлыҡ артынан ҡыуманым, булғанына шөкөр итеп, хәләл көс менән табылғанына риза булып йәшәнем, – тип яуап бирҙе.
Эйе, оҙаҡ йәшәүҙең сере ысынлап та тормошҡа оло һөйөү һаҡлаған күңел торошона, хис-тойғолар тәрәнлегенә, кешеләрҙе, йәшәүҙе яратҡан булмышына бәйлелер Әхнәф олатайҙың…
Нефтекама ҡалаһына 1982 йылда йүнәлеш ҡағыҙы буйынса килеп төшә йәштәр. Айҙар Фоат улы 8-се, ә Лариса Әхнәф ҡыҙы 2-се һанлы урта мәктәпкә рәсем, һыҙым һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша.
Әле сәстәрен сәскә бәйләп өлгөрмәгән йәштәрҙе ҙур һынау көтә – Айҙар Усмановты хәрби хеҙмәткә алалар. Йыл ярым ул Эстонияның Тапа ҡалаһында хеҙмәт итә. Армиянан ҡатҡас, хеҙмәт юлын ошо уҡ мәктәптә дауам итә, һуңыраҡ, 1987 – 1989 йылдарҙа уның директоры булып та эшләй.
Лариса Әхнәф ҡыҙы ла һайлаған һөнәренә ғүмере буйына тоғро ҡалған. 1995 йылдан башлап ул Нефтекама педагогия колледжында уҡыта. Шулай уҡ ҡала, республика ижади күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн БР Мәғариф һәм РФ Мәғариф һәм Фән Министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
1985 йылда өйләнешеп ғаилә ҡоралар, тормоштарына йәм өҫтәп еләктәй ике һылыу ҡыҙҙары тыуа. Өлкәненә, 1-се майҙа тыуған өсөн, беренсе яҙғы ямғыр исеме ҡушалар – Ләйсән. Ул Өфө аграр университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай, Президент стипендияһы алып уҡый. Инженер-кадастр һөнәрен үҙләштереп, Өфө нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү проект институтында эшләп йөрөй. Ире Динар менән 7 йәшлек Таһирҙы һәм 4 йәшлек Каринаны тәрбиәләйҙәр.
Төпсөктәре Лилиана ла бик тырыш, аҡыллы: Нефтекама 1-се һанлы лицейын алтын миҙалға тамамлағандан һуң, Н. Пирогов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университетын тамамлай. Ире Илнур менән Грозный ҡалаһында йәшәйҙәр, 5 ай элек атаһы менән әсәһен ейән менән ҡыуандырған улар.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Айҙар Фоат улы арыу-талыуҙы белмәй хеҙмәт юлын дауам итә, 2000 йылдан башлап ул Балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй. Параллель рәүештә, 2006-2008 йылдарҙа, «Мираҫ» картиналар галереяһы директоры була.
Айҙар Фоат улының эш графигы һәр ваҡыт тығыҙ, ул бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып буш ултырмай: ҡала, республика, халыҡ-ара проекттарҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, «Йыл йомғаҡтары» республика конкурсына йыл һайын 2-3 эшен тәҡдим итә. Бынан тыш бушлай үҙенең күргәҙмәләрен ойоштора, төрлө акцияларҙан да ситтә ҡалмай. 2017 йылдан «Тере йола» тип аталған биҙәү-ғәмәли сәнғәт һәм үҙешмәкәр халыҡ сәнғәте ижади берләшмәһен етәкләй. Бөгөнгө көндә был берләшмә 24 рәссамды йыйған.
– Һәр ваҡыт ниндәйҙер шөғөл менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, ул хәстәрлекле ир, атай һәм олатай ҙа була белә, – ти тормош иптәше тураһында Лариса Әхнәф ҡыҙы бәхетле йылмайып.
Был күркәм ғаилә менән аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алып, уларҙың бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәтенә һоҡланып, сәләмәтлек, ғаилә бәхете, балалар шатлығы, көтөлмәгән ҡыуаныстар, уңыштар теләп хушлаштым.
Читайте нас: