Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
30 Ноябрь 2018, 00:07

Күгәрсендәр кеүек гөрләшеп

Ауыл ерендә яңғыҙ егеттәрҙе димләп өйләндереү борон-борондан килгән ғәҙәт. Тәтешле районы Ҡашҡаҡ ауылында йәшәүсе Рәзиф менән Сорҡолдо ауылы ҡыҙы Резеда ла ошо йола буйынса өйләнешә.

Ауыл ерендә яңғыҙ егеттәрҙе димләп өйләндереү борон-борондан килгән ғәҙәт. Ҡашҡаҡ ауылында йәшәүсе Рәзиф менән Сорҡолдо ауылы ҡыҙы Резеда ла ошо йола буйынса өйләнешә. Резеда Свердловск ҡалаһында аяҡ кейемдәре фабрикаһында эшләгән еренән Ҡашҡаҡҡа килен булып төшә. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлаған, төҫкә-башҡа ыҫпай гармунсы егетте бер күреүҙә оҡшата ул. Алты малай араһында үҫкән Резеда эшкә уңған, һүҙгә лә “күршегә инмәй”. Әйтерһең, бер-береһен көтөп кенә йәшәгәндәр. Бик матур итеп туй үткәреп, гөрләтеп тормош көтә башлай Фәзетдиновтар. Инде мәрхүм булған ҡәйнәһе Тәҡмилә менән дә дуҫ-татыу булалар, ул да киленем тип өҙөлөп тора, ейәндәрен тәрбиәләшергә ярҙам итә.
Резеда бер эштән дә тартынмай, 14 йыл фермала ҡул менән һыйыр һауа. 1985 йылда ғына һауын аппараттары ҡайтарыла. Беренселекте бирмәй, гел планын арттырып үтәп, өсмеңселәр сафында була, артабан инде бишмеңселәр рәтенә баҫа.
– Йәш саҡтарҙа йоҡлап та тормай иртәнге дүрттә фермаға бара инек, тип хәтерләй ул.
Тырыш хеҙмәткәр булараҡ, бер нисә тапҡыр еңеүселәр слетында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була.
Рәзиф Зәкриә улы Шулған ауылында зоотехник ярҙамсыһы булып эшләй. 1980 йылда тыуған ауылындағы фермаға иҫәпсе, арытабан ферма мөдире булып күсерелә. Лайыҡлы ялға сыҡҡансы ошо вазифаны башҡара. Намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Президентының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән ул.
Резеда Ғата ҡыҙы клуб мөдире итеп тәғәйенләнгәс, Рәзиф уның уң ҡулы була. Һәр мәҙәни сарала ҡатнаша, үҙе матур итеп йырлай, баянда уйнай. Ауылдаштары уны ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырып сығара. Резеданың иһә йыр-бейеүгә таланты булмаһа ла, ойоштороу һәләте күптәргә үрнәк. Ауылда халыҡ таланттарын уята, фольклор байрамдар, концерттар әҙерләй, ауылдың күренекле шәхестәре менән ижади кисәләр ойоштора һәм башҡа күп эштәр башҡара ул. Йыш ҡына үткәргән сараларҙы район гәзите биттәрендә яҡтыртып, мәҡәләләр яҙа.
– Ауылымдың һәр кешеһенә рәхмәтлемен, олоһо ла, кесеһе лә бер ваҡытта ла үтенесемде кире ҡаҡаманы, – ти ул. – Эшем килеп сыҡмағанда илап ҡайтҡан осраҡтарҙа янымда йыуатыусым булды, – тип йылмая иренә ҡарап.
Ниндәй генә вазифалар башҡармаһын, ҡатын-ҡыҙҙың ерҙәге иң яуаплы вазифаһы – әсә булыу. Уңған килен дә бер-бер артлы өс ҡыҙ – Миләүшә, Айһылыу һәм Лилиәгә ғүмер бүләк итә. Улар үҫеп, ояларын ҡорған, күптән үҙ тормоштары менән йәшәй. Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт, ти халыҡ. Ысынлап та, Фәзетдиновтарҙың донъяһы ялт итеп тора. Ҡала фатирҙарындағы кеүек уңайлыҡтар булдырылған, йортҡа зәңгәр яғыулыҡ ингән. Быйыл урам юлын да ремонтлап ҡуйғандар.
– Машинаны урам ситенә ҡалдырып интегә инек. Хәҙер балалар ҡайтһа ла, ҡапҡа төбөнә үк килеп туҡтай ала, – тип ҡыуана улар был төҙөкләндереү эшенә.
Фәзетдиновтар ғаиләһендәге өс ҡыҙ ҙа үҙ ауылдарына килен булып төшкән. Өсөһө лә Нефтекамала төпләнеп йәшәй. Ялдарҙа, байрамдарҙа тыуған йорттарына бергәләп ҡайтып төшәләр. Тып-тын ултырған бүлмәләргә йән инә, тәмле ризыҡ иҫтәре урамға уҡ тарала.
Резеда менән Рәзиф ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, күршеләре менән дә туғандар кеүек йәшәй. “Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тигәндәй, хужабикә ауылдаштарын хөрмәт итә, кем генә килеп инмәһен, яҡты йөҙө, тәмле сәйе менән ҡаршы ала. Ҡул эштәренә оҫта: ырғаҡ менән бәйләгән сағыу сәскәләре бүлмәләрен биҙәп тора. Клубта эшләгәндә түңәрәк ойоштороп, ауылдаштарын да ошо һөнәргә өйрәткән ул.
Бөгөн Фәзетдиновтар икеһе лә хаҡлы ялда, донъялары бөтөн, өҫтәлдәре түңәрәк. Булғанына ҡәнәғәт итеп, күгәрсендәй гөрләшеп йәшәйҙәр. Уйлап ҡараһаң, бәхет өсөн тағы нимә кәрәк?
Читайте нас: