Таныш булығыҙ: эске эштәр органдарында ике тиҫтә йылға яҡын эшләүсе майор Рәфил Миңнеғолов. Бөгөнгө полицияның урындағы бүлегендә иң тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Милицияға ул 1995 йылда килгән. Хәҙер Рәфил Габделхәй улы Яңауылдағы барлыҡ хеҙмәттәштәре араһында иң ҙур участкала эшләй, уға Эткенә, Беренсе Май, Ижбулды, Ямаҙы, Асауҙыбаш, Мәсәғүт ауыл биләмәләре инә. Халыҡтың дөйөм һаны ун меңгә яҡын. Беҙҙең геройҙың эшенә тел тейҙерерлек түгел – ул иң нәтижәле эшләүсе участковыйҙарҙың береһе.
Иртән Рәфил Миңнеғоловтың эш көнө, башҡа полицейскийҙар кеүек үк, иртәнге һигеҙҙә башлана. Быға тиклем уға ҡорал бүлмәһендә табелле Макаров пистолеты, ҡул бығауы, газ баллонсығы, электрошокер, фонарь менән ҡоралланырға кәрәк.
Полицейскийҙарҙың, нисек кенә аяныслы булмаһын, эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел.
Беҙ осрашҡан көндө уның бурысы насар компания менән бәйләнгән, өйөнән сығып киткән 16 йәшлек ҡыҙҙы табыу ине. Черауылға барырға кәрәк булды. Майор Миңнеғоловтан тыш унда, Гита ҡушаматлы овчарка менән бергә, оператив-тикшереү төркөмө юл тотто. Бында барыһы ла күнегелгәнсә. Ғаилә ағзаларанынан һорау алыу, протоколдар төҙөү, күршеләр менән һөйләшеү, әңгәмә һәм башҡалар. Майор Миңнеғолов, Ленин бабай кеүек, «башҡа юл менән барырға» ҡарар итте. Ул ауылдың икенсе башына юл тотто. Шул арала үтеп барыусы таныштарына «сигнал» бирҙе, улар иһә яуап итеп, ҡул болғаны. Участковыйҙың үҙ участкаһында булыуы уның халыҡ менән иркен аралашыуында күренеп тора ине…
Тормошта төрлө хәлдәр була, әмма бына шундай анискиндар «милицияның (полицияның) көсө халыҡ менән элемтәлә» ҡағиҙәһенең йәнле күренеше булып тора.