Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
20 Февраль 2020, 20:36

Батырҙар беҙҙең янда

Ватанды яҡлаусылар көнө алдынан эргәбеҙҙә генә йәшәгән батырҙарға ла дан йырлайыҡ! Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән Фағилә Әхмәтғәлиева үҙен ысын мәғәнәһендә батырҙар ҡыҙы һәм ҡатыны тип һанай ала.

Фәғилә Сабирйән ҡыҙының атаһы төрлө фронттарҙа уҡсы булып фашистарҙы ҡыйрата, Европала ғына түгел, уға Япония менән һуғышта ла ҡатнашырға насип була. 1945 йылдың 9 октябрендә уны «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләү тураһында приказ сыға. Ләкин приказ юғала. Һуғыштан һуң 60 йыл үткәс кенә уны архивтарҙан табалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батыр яугир был бүләген күрә алмай, дүрт йыл алдан гүр эйәһе була. Миҙалды ҡыҙына, Фағилә Сабирйән ҡыҙына тантаналы рәүештә тапшыралар.
Фағилә Сабирйән ҡыҙы тормош иптәше итеп тә атаһына оҡшаған кешене һайлай. Уның ире Илүс Кәнәфи улы бөгөнгө көндәрҙә батырлыҡ күрһәтә – йәш баланы үлемдән ҡотҡара.
Өфөлә Әхмәтғәлиевтар ҡыҙҙары янына йыш ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Бына шулай, бер көндө ейәндәре менән башҡала урамдарында йөрөгәндә, Илүс Кәнәфи улы һигеҙенсе ҡаттағы балкон карнизына эләгеп торған бәләкәй малайҙы күреп ҡала. Күп тә уйлап тормай, туғыҙынсы этажға менә. Аҫҡа ҡарай, юҡ, малайҙы унан тартып алып булмай. Кире һигеҙенсе этажға төшөп, күршеләрҙән ҡоралдар ала, фатир ишеген асырға тырыша. Был ваҡытта йәштәр аҫта юрған һуҙалар – әгәр ҙа малай йығылып төшһә, йәрәхәтләнмәһен өсөн. Әммә юрғандың кәрәге булмай, батыр ир фатирға инеп, малайҙы балкондан тартып ала һәм күршеләренә тапшыра.
Барыһы ла уға ҡул сабып, рәхмәт уҡый башлайҙар, ә ул, һыуһаным тип, тиҙерәк ҡайтып китергә ашыға.
Бына ошондай батырҙар йәшәй беҙҙең арала!
Читайте нас: