Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
8 Март 2020, 00:30
Иң уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар араһында
Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» II республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Бүләкләү тантанаһы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Профсоюздар йортонда үтте. Сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо.
Ҡатнашыусылар 10 номинацияла билдәләнде: «ҡатын-ҡыҙ – әсә», «ҡатын-ҡыҙ – лидер», «ҡатын-ҡыҙ – ғалимә», «ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы», «ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди», «ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы», «ҡатын-ҡыҙ — йыл үрнәге», «ҡатын-ҡыҙ – өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре», «иң йәш йәмәғәт эшмәкәре», «мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ».
Ағиҙелдән конкурстың финалында ике гүзәл зат ҡатнашты: башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлназ Ғәлиева һәм Ағиҙел ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлегенең башҡарыусы секретаре Флүрә Мифтахова. Улар Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан