Мансурйән Сөләймән улы 1941 йылда Краснокама районы Таҡталасыҡ ауылынан фронтҡа китә. Һалдат Сталинградты азат итеүҙә ҡатнаша, фронт юлдары Румыния, Украина, Болгария, Молдавия аша үтә. Ике тапҡыр яралана – дошман пуляһы күкрәгенә үтеп керә, граната ярсығы башына эләгә. Хәрби хирургтар баштан ярсыҡты алырға баҙнат итмәй, күп йылдар шуның менән йәшәй ветеран. Улы Мәғсүмйән әйтеүенсә, ярсыҡ 18 йыл элек үҙе сыға.
Бөгөнгө көндә ветеран Яңы Ҡабан ауылында улы Мәғсүмйән ғаиләһе менән йәшәй. Сәләмәтлеккә зарланмай, көндә йәйәүләп урамда йөрөргә сыға. Ике-өс йыл элек кенә машина йөрөтөүҙән, балыҡҡа йөрөүҙән туҡтай.Ҡолағы бик ишетмәгәндән, әңгәмәләшергә ауыр уға.
Килене Әнфирә апай ветерандың биографияһынан ҡыҙыҡлы факт менән уртаҡлашты. 2019 йылда Еңеү Мемориалына алтын хәрефтәр менән яҙыу өсөн ветерандар Советы рәйесе Марсель Усманов Ағиҙел урынында булған ауылдарҙан фротҡа киткән ветерандар исемлеген барлай башлай. «Огни Агидели» гәзите биттәрендә Мансурйән бабайҙың балалары атайҙарының исемен тапмай. Ләкин исемлектә Таҡталасыҡ ауылына ҡайтҡан 1923 йылғы Баһапов Мансур Сөләймән улы исеменә иғтибар итәләр. Баҡһаң, фронтҡа киткәндә Мансурйән бабай ысынлап та Ваһапов фамилияһын йөрөткән булған. Уның улы менән ҡыҙы ла ошо фамилияла. Тик паспорт алыштырғанда нишләптер хата ебәрелә: Мансурйәнгә атаһының исеме буйынса Сөләймәнов фамилияһын биреп ҡуялар. Марсель Хаммат улы был фактты асыҡлай, Мемориалға Мансурйән Сөләймәнов исеме бер генә дата - тыуған йылы менән яҙыла. Тағы ла күп йылдар ошо яҙма үҙгәрешһеҙ һаҡланһын, оҙон ғүмер теләйбеҙ ҡәҙерле ветеранға, йөҙ йыллыҡ юбилейын байрам итергә яҙһын!