Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
6 Декабрь 2020, 23:25

Бәхил булығыҙ, Илдар Әғзәм улы...

Йәнә үтә ауыр яңылыҡ билдәле булды. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының баш операторы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Илдар Насретдинов арабыҙҙан китте...

Уға 58 йәш ине. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ошоға тиклем коронавирус инфекцияһы тыуҙырған ауырлыҡтар менән көрәшкән. Тик сирҙе еңә алмаған.
Илдар Насретдинов хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университетында инженер-электромеханик белемен ала. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары уртаһында оператор булараҡ эшмәкәрлек юлын башлай. Яңылыҡтарҙан тыш, ул нәфис һәм музыкаль фильмдар төшөрөүҙә әүҙем ҡатнаша.
Илдар Әғзәм улы - камераһы менән бар республиканы урап сыҡҡан кеше. Ул булмаған Рәсәй төбәктәре лә һирәктер. Үҙ эшенең ысын оҫтаһын сит илдәргә иң яуаплы командировкаларға ла йыш ебәрәләр ине. Башҡортостандағы барлыҡ мөһим сараларҙы ул төшөрҙө. Башҡа йәш операторҙарҙы эштең нескәлектәренә өйрәтә ине. Шулай уҡ йәш хәбәрселәргә кәңәштәрен бирә торғайны. Үҙенең эшмәкәрлеге өсөн бик күп ведомстволарҙың наградалары менән бүләкләнгән, төрлө телевизион конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған шәхес.
Ул бик яҡшы, изге күңелле булды. Бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ, тыныс ҡына аңлатыр ине. Ниндәй генә сарала осрашһаң да, урынлы ғына шаярта, етди мөхитте еңелләштереп ебәрә торғайны.
Уның менән хушлашыу ваҡыты һәм көнө һуңғараҡ билдәле буласаҡ. “Башҡортостан” гәзите мәрхүмдең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Бәхил булығыҙ, Илдар Әғзәм улы...
Фото: Башҡортостан юлдаш телеканалы.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/B-hil-buli-i--Ildar--z-m-uli-576842/
Читайте нас