Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
12 Декабрь 2020, 23:40

Профессор фажиғәле һәләк булды

Бөгөн тағы бер үтә ҡайғылы хәбәр билдәле булды. 83-сө йәше менән барған билдәле ғалим-нефтсе, Өфө дәүләт нефть техник университетының геология кафедраһы профессоры Вил Өмөтбаев һәләк булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны Өфөлә Яңы күпер урамында машина тапатҡан. Вил Ғайса улын тиҙ арала дауаханаға алып баралар, тик табиптар ғүмерен ҡотҡара алмай.

Вил Өмөтбаев 1938 йылдың 14 февралендә Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған, инженер-нефтсе һөнәрен алған. Көньяҡ-Ҡаҙағстан нефть разведкалау экспедицияһында эшләгән, быраулаусы ярҙамсыһы, баш инженер, экспедицияның баш инженеры булған.
1965 йылдан БашНИПИнефттә – өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире, лаборатория мөдире була. 1979-1982 йылдарҙа Алжирҙа сит ил командировкаһында йөрөй. 1974 йылда кандидат диссертацияһын, 1997 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2003 йылдан алып “Геофизика” НПФ ойошмаһында баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Кандидат һәм доктор диссертацияларын яҡлау буйынса совет рәйесе була. 2006 йылдан ӨДНТУ-ның Дәүләт аттестация комиссияһы рәйесе.
Вил Ғайса улы Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының почетлы академигы була, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Бынан тыш бик күп наградалар, миҙалдар менән наградланған.
Ул 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, ете монография авторы, уйлап табыуға 30 патенты бар. Уның скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса китаптары белгестәр өсөн өҫтәл китабы. Ул йәш ғилми кадрҙарға ярҙам итеү буйынса күп эшләгән.
Фото: glavteh.ru
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Professor-fagi-le--l-k-buldi-587590/
Читайте нас: