Бынан теүәл ике йыл элек, март айында уны Асҡын районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеләр. 2018 йылдан Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгәйне. Ришат Марат улы Асҡын районының Урмияҙ ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Ришат Марат улына ни бары 33 йәш ине. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмер осоронда ул әллә нисәмә ғүмергә торошло көсөргәнеш кисергәненә, ҙур һәм яҡты маҡсаттарға ынтылғанына, был тормошта яҡты эҙ ҡалдырғанына шигебеҙ юҡ.
...Ул дәүләт хеҙмәтенә күскәнгә тиклем беҙҙең “Башҡортостан” гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләне. Коллектив менән шунда уҡ уртаҡ тел тапты. Олоһо менән дә, кесеһе менән дә ихлас аралашып эшләне, йәшәне. Иҫ киткес алсаҡ, яҡты кеше булды. Йөҙөнән йылмайыу китмәне. Бер ваҡытта ла бер кемгә лә ауыр һүҙ менән ҡағылып, кеше күңелен китмәне.
...Ғаиләм, улдарым тип йән ата ине. Командировкаларға барғанда ла, эш араһында ла әңгәмәләшкәндә улдарының уңыштарын һөйләп шатланыр ине. Ҡатыным, яҡындарым тип өҙөлдө, тоғро дуҫ, ихлас, ышаныслы хеҙмәттәш була белде.
...Хеҙмәттәшебеҙ яуаплы дәүләт хеҙмәтенә күскәс, беҙҙең коллектив бик шатланды. Бигерәк тә Ришат Марат улы Асҡын районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәс ҡыуандыҡ, сөнки ул рухы, булмышы менән халҡым, яҡташтарым тип йәшәгән кеше ине. Һис шикһеҙ, ошо ике йылда ул бар булмышын, көсөн, дәрт-дарманын яҡташтарының тормошон яҡшыраҡ итеүгә бағышланы, фәҡәт яҡты маҡсаттар менән, ҙур пландар ҡороп йәшәне...
Тик тормош ҡанундары үтә аяуһыҙ... Әгәр ҙә тотош донъяны яулаған ҡәһәрле зәхмәт булмаһа...
Бәхил бул, тыныс йоҡла, элекке хеҙмәттәшебеҙ, рухташыбыҙ... Һис шикһеҙ, һин халҡыңдың лайыҡлы улы булдың, был ҡунаҡ ҡына булып килгән фани донъяла сағыу эҙ ҡалдырҙың...
"Ришат Дихин... Асҡын районының йәш һәм сағыу хакимиәт башлығы... Йәшәргә лә йәшәргә ине... Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам" тип яҙып, ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров та.
Фотолар Ришат Дихиндың шәхси архивынан.