Ҡурай
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
14 Май 2021, 23:35

Ағиҙелдә Руслан Холбандың яңыртылған стелаһын астылар

Ағиҙел ҡалаҙында тыуып үҫкән Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте капитаны Руслан Холбан 2009 йылдың 13 майында Дағстанда контртеррористик операция барышында батырҙарса һәләк була. Уны үлгәндән һуң “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләйҙәр.

2010 йылдың 3 декабрендә Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте һәм “Альфа” подразделениеһы ветерандары Руслан Холбандың мемориалын асалар. Шул уҡ йылдың 13 майында ул уҡыған 1-се мәктәп бинаһында мемориаль таҡта асыла. Мәктәп музейында бай экспозиция ойошторола, унда батырлыҡ дәрестәре үтә. 2011 йылда физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге мемориалды төҙөкләндереүгә грант ала һәм йыл әйләнәһенә уны йыйыштырып, таҙартып, төҙөкләндереп тора.
Әммә 2020 йылда ҡаты ел арҡаһында мемориал емерелә. Быйыл мемориалды яңыртыу проектын «Атайсал» порталында теркәйҙәр. Был проектҡа ҡала Советы депутаты Павел Александрович Багаев ҡушыла һәм үҙ аҡсаһына яңы стеланы эшләтә.
Стеланы ҡуйғандан һуң уның тирә-яғын да яңынан төҙөкләндерәләр, яңы ағастар ултырталар, сәскә түтәлдәре яһайҙар.
Стеланы асыу тантанаһында депутат Павел Багаев, ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов, «Альфа» һәм Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте ветерандары, Руслан Холбалдың туғаны Фирүзә Кәримова ҡатнаша.
Читайте нас: