Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһен тапшырыу тантанаһы үтте. Ни өсөн тап бында һуң? Сөнки был ауылдан бер юлы ике герой-шайморатовсы сыҡҡан. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин дивизияның байраҡсыһы була һәм Донецк рейды ваҡытында генерал-майор Миңлегәле Шайморатов менән бергә һәләк була. Хәнәфи Нурғәлиев — кавалерия дивизияһының 172-се полкы штабы начальнигы, полк командиры Таһир Күсимов яраланғандан һуң, биш көн дауамында полкка сиктәрҙе һаҡларға, дошмандың техникаһын һәм тере көстәрен ҙур юғалтыуҙарға килтерергә булышлыҡ итә, ләкин ауыр яралана һәм яраларҙан госпиталдә вафат була.
Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар: БР Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Шайморатов музейы вәкилдәре, район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар, республика гәзиттәре, телевидение журналистары килде.
Сара Аҡтанышбаш мәктәбе исемен йөрөткән Хәнәфи Нурғәлиевтың мемориаль таҡтаһына һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарҙың Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исемендәге ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендәге обелискка сәскәләр һалыуҙан башланды. Алыштар араһындағы “Тере картина”, район музейы экспозицияһы, район китапханаһының китаптар күргәҙмәһе, милли биҙәктәр һатыу-күргәҙмәһе, хәрби темаға фотозона, 112-се дивизияның героик юлы һәм уның составында һуғышҡан яҡташтар тураһында бәйән итеүсе бихисап матур стендтар — былар бөтәһе лә ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс булды.
Сара “Порт-Артур” музыкаль композицияһынан башланып, уны Рөстәм Мусин асты. Артабан сәхнәгә байраҡтың күсермәһен алып инделәр, ул сараның аҙағына тиклем почетлы ҡарауыл аҫтында булды.
— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РФ Президенты Владимир Путинға генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итергә ҡарар ҡылғас, беҙ документтар әҙерләй башланыҡ, шайморатовсыларҙың ҡамауҙа ҡалып та, байраҡты Берлинға тиклем алып бара алыуҙарына ҙур баҫым яһаныҡ. Һәм был эш барып сыҡты. Радий Фәрит улының ныҡышмалылығы, һәм был идеяға Владимир Путиндың ыңғай ҡарашы һөҙөмтәһендә эш башҡарылды. Байраҡты һаҡлап ҡалыу өсөн ғүмерен биргән яҡташығыҙҙың батырлығы баһалап бөткөһөҙ, — тине үҙенең сәләмләү һүҙендә Урал Килсенбаев. — Бирегә килергә йыйынғансы, ауыл тарихы менән таныштым. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан ошо тиклем яугирҙар һаны менән бик һирәк ауылдар маҡтана ала. Был ауыл халҡының юғары рухи көсө тураһында һөйләй, уны һаҡларға һәм тарихты белергә кәрәк. Һәм һеҙ был турала бөтә республикаға һөйләп бик дөрөҫ эшләйһегеҙ.
Яңы аҡтанышбаштарға һәм ҡунаҡтарға Бөйөк Еңеүҙең күпме юғалтыуҙар аша яуланыуы һәм ауылда ниндәй герой кешеләр йәшәүе тураһында иҫкә төшөрөр өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһе мәҙәниәт йорто фойеһында лайыҡлы урын алды.