Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
15 Ғинуар 2022, 21:59

Ағиҙел ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн

Ағиҙел ҡалаһы депутаттары Советы ҡарары буйынса Рәсәй хеҙмәт ветераны, атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Фәндәүис Фарси улы Нафиковҡа  80 йәшлек юбилей айҡанлы «Ағиҙел ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» почетлы знак тапшырылды. Уның исеме ҡала тарихы менән тығыҙ бәйле, күптәр бөгөн дә уның хеҙмәтен  хөрмәт менән  иҫкә ала.

Ағиҙел ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн
Ағиҙел ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн

Фәндәүис Фарси улы 1942 йылда Калтасы районы Бурһыҡ ауылында тыуған. Ул 17 йәшенән эшләй башлай, дөйөм стажы - 50 йылдан ашыу.

Ағиҙелгә ул 1985 йылда килә. Күп йылдар төҙөлгән Башҡорт атом электростанцияһының эште тәьмин итеү бүлеген етәкләй. Уның ҡарамағында сауҙа һәм туҡландырыу учреждениелары була. Ул бөтә ҡаланы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн яуап бирә. Атом станцияһы төҙөлөшө туҡтағас, ул бер нисё кооператив ойоштора. Ул төҙөгән икмәкхана тәүлегенә  2,5 тонна икмәк бешереп, бөтә ҡаланы туйҙыра.

Фәндәүис Нафиков 2008-2016 йылдарҙа ҡала советы депутаты булып, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлай. 

Фәндәүис Фарси  улы  «Рәсәй Федерацияһының топ-менеджеры -2006»  исеменә лайыҡ була, уның исеме Рәсәй Федерацияһының шәхестәре энциклопедияһында теркәлгән.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: