Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө айҡанлы райондағы барлыҡ мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында төрлө саралар уҙғарыла. Мәктәптәрҙә «Тарих һаҡлай улар данын», «Данлы башҡорт дивизияһы юлынан», «Даны ҡайтты тыуған еренә» темаларына класс сәғәттәре үткән.
11 ноябрҙә Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исемен йөрөткән Яңы Аҡтанышбаш ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының формалашыу тарихы» тип аталған сара үткәргән. Унда «Шайморатовсылар» класы уҡыусылары ҡатнашҡан.
Был ауылдан данлы дивизия составында һуғышта биш яугир ҡатнашҡан. Уларҙың икеһенә мәктәптә һәм мәҙәниәт йортонда мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (Хәнәфи Нурғәлиев һәм Әхмәтхужа Әхмәҙуллин). Яңы Аҡтанышбаш уҡытыусылары мөһим дата уңайынан төрлө саралар ойошторған: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бағышланған класс сәғәттәре, батырлыҡ дәрестәре, мәктәп музейына экскурсия, мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыу тантанаһы һ.б.