Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
20 Февраль 2023, 15:23

Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе президентының хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Планлаштырылған эштәр иҫәбендә - һәйкәл, мемориаль таҡтаташ асыу һәм башҡалар.

Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе президентының хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе президентының хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Радий Хәбировтың республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указы баҫылған.

Документта билдәләнеүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов — Башҡортостандың социаль һәм иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре.

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатына һәм Мораҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһына уның исеме бирелә.

Бынан тыш, республика хөкүмәте — белем биреү учреждениеларының береһенә, ә Өфө хакимиәте баш ҡаланың үҙәк урамына Мортаза Рәхимовтың исемен биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш.

Өфөлә шулай уҡ Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәл һәм Мортаза Рәхимов йәшәгән йортҡа — мемориаль таҡтаташ, тыуған яғында Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында музей асыу күҙаллана.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: