Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
26 Сентябрь 2025, 12:20

Рухлы әсә, батыр егеттәр

Ике улын СВОға оҙатҡан Раушания Фәруҡшина шиғырьҙар яҙа башлаған.

Рухлы әсә, батыр егеттәр
Рухлы әсә, батыр егеттәр

Ағиҙелдә Раушания Фаруҡшина йәшәй – ҙур йөрәкле һәм көслө харак- терлы ҡатын. Дүрт улының әсәһе, шуларҙың икеһе бөгөн махсус хәрби операция зонаһында Ватанды яҡлап, үҙ бурысын намыҫ менән үтәй.

Раушания, балаларының киләсәге хаҡына тыуған Сауыҙ ауылын ҡалдырып, Ағиҙелгә ун йыл элек күсеп килгән. Ул урындағы мәктәп ябылғандан һуң улдарын интернатҡа бирергә теләмәй, шуға ла йәшәү урынын алмаштырырға тигән еңел булмаған ҡарар ҡабул иткән. Ағиҙелгә күсеп килгәс, Раушания һәр ваҡыт улдарына иң яҡшыһын бирергә тырышҡан. Өлкән улдары Ғәлинур менән Айнур Ағиҙел колледжында абруйлы авто- мобиль механигы һөнәрен алғандар, әммә тормош уларға икенсе юл әҙерләгән.

Тәүҙә Айнур, армияла хеҙмәт итеү ваҡыты аҙағында Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иткән. Был йәш кешенең аңлы рәүештә эшләгән аҙымы уны бурыс хисе һәм үҙ илен яҡлау теләге этәргәндер. Раушания, әлбиттә, борсолдо, әммә улының ҡарарын да ху- планы.

Тап ошо ваҡытта Ғәлинурҙың күңелендә үҙгәреш булды. Ул һәр ваҡыт армияла хеҙмәт итергә хыялланды, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында был хыялы тормошҡа ашманы. Кесе ҡустыһын күреп, ул хәҙер уның хеҙмәт итергә генә түгел, ә Ватанды яҡлауға үҙ өлөшөн индерергә, хәҡиҡәт һәм ғәҙеллек яҡлы булғандар менән бергә торорға мөмкинлеге барлығын аңланы. Айнур үҙенең миҫалы менән өлкән ағаһында йоҡлап ятҡан хистәрҙе уятты.

«Шул саҡта Ғәлинур ҙа мах- сус операция зонаһында үҙ хы- ялын тормошҡа ашырырға – хәрби хеҙмәткәр булырға ҡарар итә, һәм шулай уҡ контракт төҙөй», — ти Раушания. Уның тауышында хафалыҡ ишетелә, әммә улдарының ҡарарының дөрөҫлөгөнә ныҡлы ышаныс та бар.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға бергә хеҙмәт итергә туры килмәне, — ти Раушания бер аҙ моңһоуланып, — әммә улар унда бер нисә тапҡыр осрашты». Был һирәк осрашыуҙар ҡустылар өсөн көс һәм ярҙам сығанағы булды.

Күҙ алдына килтерегеҙ: бергә үҫкән, шатлыҡтарҙы һәм ҡайғыларҙы уртаҡлашҡан ике ҡусты, көтмәгәндә тыуған йорттары- нан алыҫта, алғы һыҙыҡта осраша- лар.

Тирә-яҡта – һуғыштың ҡаты ысынбарлығы, әммә уларҙың күҙҙәрендә – йылылыҡ һәм туғандар мөхәббәте. Киҫкен графиктан урланған ҡыҫҡа минуттарҙы улар бер-береһен ҡосаҡларға, ғаилә тураһында хәбәрҙәр менән алмашырға, бала саҡты иҫкә төшөрөргә һәм яҡын кешенең ярҙамын тойорға файҙаландылар.

Айнур Курск өлкәһен обороналағанда өҙлөкһөҙ элемтә тәьмин иткәне өсөн Жуков миҙалы менән наградланған.

Өсөнсө улдары Мансур, өлкән ағалары уҡыған колледждә уҡый, ә иң кесеһе, биш йәшлек Радмир, бала- лар баҡсаһына йөрөй һәм бөтәһенә лә хәрби хеҙмәткәр булған ағалары тураһында ғорурланып һөйләй. Радмир патриотик йырҙар йырларға бик ярата, «Тыуған ер-әсә» йырын теләк менән башҡара, «Еңеү байрамы» йыры менән конкурста нисек сығыш яһауын ғорурлыҡ менән күрһәтә. Ағалары отпусҡыға ҡайтыуға ул яңы йырҙар өйрәнә, уларҙы үҙенең таланты менән һөйөндөрөргә тырыша.

Күп балалы ғаиләлә үҫкән Раушания үҫмер йылдарынан уҡ шиғриәттә күңеленә йыуаныс таба. Ул туған татар телендә яҙа, шиғырҙарына бөтә күңелен һала. Уның ижадында мөхәббәт, хәтер һәм өмөт темалары үрелеп бара. Тәүге шиғырҙар шәхси кисерештәргә арналған, ә һуңынан Бөйөк Ватан һуғышына, халыҡтың батырлығына һәм геройҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау мөһимлегенә арналған юл- дар барлыҡҡа килде. Уларҙа – һуғышты кисергән етемдәр өсөн әрнеү һәм азатлыҡты яҡлағандар өсөн ғорурлыҡ. Бөгөн уның шиғырҙары – ул- дары тураһында, уларҙың тиҙерәк һәм имен ҡайтыуы тураһында доға. Һәр юлда – әсә мөхәббәте, өмөт һәм еңеүгә ышаныс. Уның шиғырҙары улдары өсөн үҙенсәлекле һаҡлағысҡа әүерелде, ауыр минутта көс бирә. Раушания Фәруҡшина ул- дарын көтөп кенә ҡалмай, ул уларҙың батырлығын данлай, патриотик рухты нығытыуға үҙ өлөшөн индерә һәм бөгөн алғы һыҙыҡта булғандарҙың мөһимлеген иҫкә төшөрә.

Автор: Марина Журомскас 
Читайте нас