Бөгөн йәштәр өсөн иң төп проблемаларҙың береһе - торлаҡ мәсьәләһе. Торор урының булмау ҙур мәшәҡәт тыуҙыра, хатта ошо арҡала күп кенә йәш ғаиләләр тарҡала. Был мәсьәләне хәл итеү маҡсатында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһына ярашлы аҡса бүленә. Николо-Березовка ауылынан Авзаловтар ғаиләһенә ошондай бәхет йылмайған да инде.
- Беҙ район хакимиәтенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ғаризаны 2008 йылда биргәйнек. У л ваҡытта беренсе улыбыҙ тыуған ине генә әле. 2014 йылда икенсе улыбыҙ донъяға килде. Район үҙәгенән ипотекаға фатир һатып алдыҡ. Ошо социаль ярҙам менән ипотеканың бер өлөшөн ҡаплата аласаҡбыҙ, - ти Айгөл Авзалова.
Бындай ярҙамды балалары 2014 йылдың ғинуарынан сентябрь айына тиклем тыуған алты ғаилә алды. Тағы ла район хакимиәтендә балалары 2014 йылдың октябренән башлап 2015 йылда тыуған алты ғаилә иҫәптә тора.