Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Ноябрь 2018, 12:01

Студенттың ата-әсәһе пенсионер булһа

Юғары уҡыу йортонда йәки колледжда белем алған балалары булһа, пенсионер ата-әсәләр улар уҡыған осорҙа өҫтәмә матди ярҙамға дәғүә итә ала.

Юғары уҡыу йортонда йәки колледжда белем алған балалары булһа, пенсионер ата-әсәләр улар уҡыған осорҙа өҫтәмә матди ярҙамға дәғүә итә ала.
Бындай ата-әсәләр страховка пенсияһына аныҡ билдәләнгән өҫтәмә алыу хоҡуғына эйә. Тик түләүҙе тәғәйенләүҙең бер нисә шарты бар: студенттың йәше 23-тән артмаҫҡа һәм ул Рәсәйҙә йәки сит илдә төп белем биреү программалары буйынса көндөҙгө бүлектә уҡырға тейеш.
Ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса пенсияларға аныҡ билдәләнгән өҫтәмә өстән бер өлөшкә арттырып түләнә. Ата-әсәнең икеһе лә бының өсөн Пенсия фондына ғариза яҙырға тейеш. Быйыл өҫтәмә – 4 982, 90 һум. Ата-әсә тәрбиәһендә бер кеше булғанда, пенсияға өҫтәмә – айына 6 643,87 һум, ике кеше булһа – 8 304,84 һум, өс кеше тәрбиәләгәндә, 9 965,81 һум тәшкил итәсәк. Әйткәндәй, 18 йәшкә тиклемге балаларға түләү, уҡыу-уҡымауына ҡарамаҫтан, мотлаҡ тәғәйенләнә. 18 йәштән үткәндәрҙең тыуыу тураһындағы таныҡлығына өҫтәп, вузда белем алыу, ата-әсә тәрбиәһендә булыу хаҡындағы документтар тапшы¬рылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта студент уҡыған еренән ҡыуылһа, ситтән тороп уҡыу бүлегенә, дистанцияла белем алыу формаһына күсһә, уның ата-әсәһенең страховка пенсияһына өҫтәмә түләнмәй.
Читайте нас: