Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Декабрь 2019, 00:00

Ағиҙелдә һөт кухняһы продукцияһын биреү пункты асылды

Бөгөн, 11 декабрҙә, Ағиҙелдә һөт кухняһы продукцияһын биреү пункты асылды.

Ул автовокзал бинаһында урынлашты, сәғәт туғыҙҙан башлап етенсе яртыға тиклем эшләйәсәк, төшкөлөк ваҡыты – 14 сәғәттән башлап 15 сәғәткә тиклем. Бында дүрт төрлө һөт продукцияһы бирелә: һөт, кефир, эремсек һәм йогурт. Продукттарҙы Нефтекамала эшләп килтерәләр.
Льготалары булған ғаиләләргә продукция бушлай бирелә, ҡалғандар һатып алала. Бөгөнгө көндә 24 ғариза бирелгән, 10 ғаилә менән килешеү төҙөлгән.
Республикала һөт кухнялары «Демография» милли проекты буйынса асылды.
Читайте нас: