Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Ғинуар 2020, 10:20
Дроздов пенсияны арттырырға вәғәҙәләй
Өс йыл эсендә пенсияның уртаса күләме 18 мең 290 һумға етәсәк
Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов белдереүенсә, өс йыл эсендә Рәсәйҙә пенсияның уртаса күләме былтырғы менән сағыштырғанда 18,26 процентҡа артып, 18 мең 290 һумға етәсәк. Ул был турала «Российская газета»ға биргән интервьюһында хәбәр итте.
«Күҙаллауҙарҙан күренеүенсә, 2019-2022 йылдарҙа пенсиялар 2,5; 3; 2; 1,3 процентҡа артасаҡ. Әгәр инфляция түбән булһа, үҫеш тағы ла юғарыраҡ буласаҡ», - тине Пенсия фонды етәксеһе. Ул быйыл ғинуарҙа пенсияның 6,6 процентҡа индексацияланыуын да иҫкә төшөрҙө.
80 йәшкә еткән ололарҙың пенсияһы автоматик рәүештә арттырыла, уның артыу күләме 5686 һум тәшкил итте. Ғинуарҙағы индексациянан һуң илдә пенсияның уртаса күләме - 16,4 мең һум.
«Демография» милли проектына ярашлы, өлкән быуын граждандарының тормошон сифатлыраҡ итеү бурысы ҡуйылды. Пенсияларҙы һиҙелерлек арттырыу тап ошо мәсьәләне хәл итеүҙә этәргес ярҙам буласаҡ.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан