Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Ғинуар 2020, 10:50

Баймаҡта «Һөт кухняһы» асылды

Һөт ризыҡтары аҙ килемле ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклемге балаларҙан тыш, йөклө һәм бала имеҙгән әсәләргә лә ҡаралған

Баймаҡ ҡалаһында «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай таратыу пункты асылды. Был эш «Демография» милли проектының «Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу» төбәк проектына ярашлы эшләнелде.
Һөт, ҡатыҡ, эремсек, йогурт һәм башҡа тәбиғи һөт ризыҡтары әлегә Белорет ҡалаһынан килтерәләсәк. Бындай һөт фабрика-кухняһы яҙ көнө Сибай ҡалаһында эшләй башлаясаҡ, ул сағында Баймаҡтың кескәйҙәре күршеләре етештергән һөт продукцияһы менән тәьмин ителәсәк.
Һөт ризыҡтары аҙ килемле ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклемге балаларҙан тыш, йөклө һәм бала имеҙгән әсәләргә лә ҡаралған.
Әйткәндәй, шулай уҡ Сибай ҡалаһында ла «Һөт кухняһ»ның бушлай таратыу пункты асылды.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Фото: Баймаҡ ҡала хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: