Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
25 Ғинуар 2020, 09:10

Башҡортостанда тағын бер балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк

Объект Өфө районының Зубов ауылында төҙөлә

Өфө районының Зубов ауылында быйыл 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк.
Ике ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 3800 квадрат метрға тиң. Баҡса айырым урынлашҡан ҡаҙанлыҡтан йылытыла, электр менән ярҙамсы станция тәьмин итә, һыу үҙәкләштерелгән селтәрҙән килә.
Әле объектта биҙәү эштәре тамамланған, техника һәм йыһаз ташыйҙар. Бер үк ваҡытта балалар баҡсаһы биләмәһе лә төҙөкләндерелә. Бында уйын комплекстары ҡорола.
Төҙөлөштөң дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Бөгөн объектты лицензиялау эштәре башҡарыла.
Төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «май» указы менән раҫланған «Демография» милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите.
Фото: gkufa.ru.
Читайте нас: