Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Март 2020, 10:05

Төбәктә бер юлы ике ФАП асылды

Бында халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған

Мәсетле районында бер юл ике фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Бөгөн Түбәнге Бобин һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылдары халҡына заманса модулле ФАП-тар медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Был ауылдар халҡы ҡыуанысын уртаҡлашырға тип район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, депутаттар һәм башҡа ҡунаҡтар йыйылды.

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ауылдарҙа яңы ФАП-тар асылыуы уңайынан сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, яҡташтары исеменән Республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, төҙөүселәргә оло рәхмәтен еткерҙе.
Тирә-яҡты матурлап ултырған ФАП-тар заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып эшләнгән. Халыҡ рәхәтләнеп прививка, процедура кабинеттарына йөрөй ала. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә махсус бүлмәләр булдырылған. Бынан тыш медицина белгестәренең айырым бүлмәһе бар. Бында халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. ФАП-тар яңы һәм заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Был саралар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн махсус белемле белгестәр эшкә килгән. Районда ғына түгел, хатта республикала билдәле фельдшер Марат Сальмаев ғаиләһе менән Ырымбур өлкәһенән күсеп килеп, Түбәнге Бобин ауылы халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Белгес «Ауыл табибы» маҡсатлы программаһы сиктәрендә эшкә килгән.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите.
Читайте нас: